Үткән йыл Башҡортостанда төп тармаҡтарҙа тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеш тәьмин ителгән. Был хаҡта БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында хөкүмәт эшмәкәрлегенең 2022 йылдағы һөҙөмтәләре тураһында отчет доклады менән сығыш яһағанда Премьер-министр Андрей Назаров бәйән итте.
- Беҙгә ике мөһим мәсьәләне : иҡтисадты үҫтереү һәм республикала тормош сифатын яҡшыртыуҙы хәл итеү өсөн эске резервтарҙы нығытырға тура килде. Һаулыҡ һаҡлауҙа беҙ медицина ярҙамының сифатын күтәрҙек. Был тармаҡты үҫтереү өсөн 104 миллиард һум аҡса бүлдек, - тине Андрей Назаров. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, һуңғы өс йылда төбәктә 11 эре медицина объекттары төҙөлгән. Шуларҙың дүртәүһе - пандемия ваҡытында ихтыяжды тулыһынса ҡаплаусы инфекцион госпиталдәр. Уларҙа 43 мең кеше дауаланып сыҡҡан. Был ҡоро һүҙҙәр генә түгел, ошо һандың артында ҡотҡарып ҡалынған ғүмерҙәр тора. Фәҡәт ковид-госпиталдәрҙең тейешле хеҙмәте арҡаһында үткән йыл тажлы вирустан үлеү осрағы 0,4 процент тәшкил иткән. Был Рәсәй буйыса уртаса күрһәткестән 3,5 тапҡырға кәмерәк.
-Беҙҙең проект буйынса шундай инфекцион госпиталдәр 10 төбәктә төҙөлдө. Шуларҙың бишәүһен беҙҙең төҙөүселәр сафҡа индерҙе. Рәсәй Федерацияһының тағы ла 15 субъекты был проекттарҙы артабанғы төҙөлөштәр өсөн алды. Шуныһын та өҫтәп әйтке килә: беҙҙең проект Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан юғары баһаланды һәм башҡа илдәрҙә лә ҡулланырға тәҡдим ителде, тип билдәләне Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Р.Ғәлимова.
Фото: Башинформдан алынды.