Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
5 Апрель 2023, 06:41

“Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреү сараһы тураһында нимәләр белергә кәрәк

Нимә ул алдан тауыш биреү? Депутатлыҡҡа кандидат булыу өсөн ғариза нисек тапшырыла? Ниндәй талаптар бар? Бөгөнгө мәҡәләлә ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табырһығыҙ.

“Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреү сараһы тураһында нимәләр белергә кәрәк“Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреү сараһы тураһында нимәләр белергә кәрәк
“Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреү сараһы тураһында нимәләр белергә кәрәк

Башҡортостанда етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар һайлап алыу буйынса алдан тауыш биреү дауам итә. Әлеге көнгә 200-ҙән ашыу кеше ғариза биргән. Улар араһында илдең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары – шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина, Яков Кугубаев, Әлфис Ғаязов, «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина һәм башҡалар бар.


Алдан тауыш биреү нимә ул?

Алдан тауыш биреү – хөрмәт ҡаҙанған, лайыҡлы эштәре менән билдәле булған кешеләр өсөн партия майҙансығында үҙе менән таныштырыу, хуплау табыу, Башҡортостандың төп закондар сығарыу органында һайлаусыларҙың мәнфәғәтен яҡлау хоҡуғы өсөн көрәшеү мөмкинлеге ул.
Был практика кандидаттар составының «сифатын» яҡшыртырға, алдынғы ҡарашлы дәғүәселәр табырға булышлыҡ итә, тип һанай партия етәкселеге. Артабан, айырыуса бер мандатлы округтар өсөн көрәш мәлендә, уларға башҡа партиялар ҙа иғтибар итеүе ихтимал.
Бынан тыш, алдан тауыш биреү партияға депутат корпусының кадрҙар составын ярайһы уҡ яңыртыу мөмкинлеге бирә. Өҫтәүенә партияла тормағандар ҙа үҙ кандидатураһын күрһәтә ала.


Кем тауыш биреү ҡатнашыусыһы була ала?

2009 йылдан башланғыс һайлау партия өсөн мотлаҡ һанала, был талап уның Уставында нығытылған. 18 йәше тулған, власть органдарына һайланыу хоҡуғына эйә граждандар ғына депутатлыҡҡа кандидат була ала. Уларға башҡа илдең граждандары булыу, сит илдә йәшәү урынына эйә булыу тыйыла, шулай уҡ суд тарафынан хөкөм ителмәгәнлек тә төп шарт. Кандидаттар «Берҙәм Рәсәй» яҡлы йәки бөтөнләй партияһыҙ булыуы ихтимал. Тағы бер талап – сит ил банктарында иҫәптең, сит илдә активтарҙың булмауы.
Тауыш биреү 22 майҙан 28-енә тиклем үтә. Һәм тәүге тапҡыр электрон алымда! Кандидаттар «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында шәхесен раҫларға тейеш. Тауыш биреү һөҙөмтәләренә ярашлы, партиянан депутатлыҡҡа кандидаттар исемлеге әҙерләнә.
«Төбәк бүлексәһе алдан тауыш биреүҙе #КөслөләрВаҡыты саҡырыуы аҫтында ойоштора. Бөгөн был һүҙҙәр, башҡа бер ҡасан булмағанса, илебеҙҙең һәм тыуған республикабыҙҙың йәшәү асылын сағылдыра, – тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов. – Бөгөн көслө идарасылар, етәкселәр, сәйәсмәндәр, ысын илһөйәрҙәр, рухлы кешеләр, бер һүҙ менән әйткәндә, үҙ өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр кәрәк. Тап шулар менән киләсәкте төҙөйәсәкбеҙ».
Алдан тауыш биреү – сәйәси карьера өсөн старт


Ғариза тапшырып, алдан тауыш биреү ҡатнашыусыһы булыусылар араһында Башҡорт дәүләт медицина университетының дүртенсе курс студенты – 21 йәшлек Артур Зәйнуллин да бар.
«Башҡорт дәүләт медицина университетында һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу нигеҙҙәрен өйрәнәм һәм тармаҡты камиллаштырыуға үҙ өлөшөмдө индергем килә. Идеяларым күп, мәҫәлән, Рәсәй граждандарының һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында 323-сө федераль законға төҙәтмәләр индереүгә ҡағылышлы тәҡдимдәрем бар. Табиптарҙы хоҡуҡи йәһәттән, шул иҫәптән хәүеф менән янаған пациенттарҙан яҡлауҙы ла көсәйтеү зарур. Профсоюздар был юҫыҡта эш алып бара, әммә законға таянған ҡарарҙар кәрәк», – ти Артур.


Республика мәнфәғәтенә йүнәлтелгән тәжрибә

Алдан тауыш биреүҙә иң тәжрибәле ҡатнашыусы – БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Берҙәм Рәсәй»ҙең Төбәк сәйәси советы ағзаһы, Республика һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Валерий Шәрипов.
«Йәштәр өсөн алдан тауыш биреү – ул сәйәси процесс уртаһында ҡайнау мөмкинлеге. Миңә иһә эшмәкәрлегемде баһалау өсөн тағы бер сәбәп, файҙалы мәғлүмәт алыу, һайлаусылар менән башҡа төрлө форматта осрашыу. Бөтә тәҡдимдәр ҙә күҙ уңына алына, – ти Валерий Шәрипов. – Һәм, әлбиттә, минең өсөн иң ҡеүәтле партияның вәкиле булыу ҙа әһәмиәтле. Ул илебеҙгә дөрөҫ йүнәлештә үҫешергә ярҙам итә, мөһим башланғыстар менән сығыш яһай, ә беҙ урында шуларҙың асылын аңлатабыҙ, тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәбеҙ».
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, партияның Төбәк бүлексәһе секретарының беренсе урынбаҫары Константин Толкачев алдан тауыш биреүҙең максималь асыҡ алымда үтәсәген, унда республика биләмәһендә теркәлгән барлыҡ һайлаусыларҙың тауыш бирә алыуын билдәләне.


«Берҙәм Рәсәй» – ил күләмендә әлеге алымда алдан тауыш биреү үткәргән берҙән-бер партия. Бөгөн ябай булмаған геосәйәси хәл-торош шарттарында йәшәйбеҙ, әммә тормошобоҙҙо демократлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған алымдарҙан баш тартмайбыҙ, сөнки партияның эшмәкәрлеге барлыҡҡа килгән көнөнән тап ошо нигеҙгә ҡоролдо. Быйылғы йылдың яңылығы шунда: алдан тауыш биреү тәүге тапҡыр электрон алымда үтәсәк», – тине Константин Толкачев.


Технология штабы ярҙамға килә

«Берҙәм Рәсәй»ҙең Йәш Гвардияһы» быйылғы алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларға ярҙам итеү маҡсатында технология штабы булдырҙы. Бында теләге булған һәр кем ике видеояҙма әҙерләүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала.
«Бурысыбыҙ – тейешле мәғлүмәтте аңлайышлы, асыҡ итеп еткереү. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: алдан тауыш биреү порталына ике видеояҙма ҡуйыу – мотлаҡ талап, һәм беҙ буласаҡ кандидаттарға ошо йәһәттән ярҙам итәбеҙ. Шулай уҡ телмәр оҫталығы, шәхси бренд буйынса тренингтарға саҡырабыҙ», – тип һөйләне «Берҙәм Рәсәй»ҙең Йәш Гвардияһы»ның Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе, ойоштороу комитеты ағзаһы Оскар Лютов.
«Йәш сәйәсмән мәктәбе» программаһы буйынса уҡыуға йәки видеовизиткалар эшләүгә ғаризаларҙы көн һайын 10.00–20.00 сәғәттәр арауығында ҡалдырырға мөмкин.


Ғаризаны нисек бирергә

  Алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн документтар 27 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
  Документтарҙы шәхсән рәүештә түбәндәге адрес буйынса тапшырырға мөмкин: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17, 10-сы кабинет. Эш көндәрендә 09.00–18.00 сәғәттәрҙә, төшкө ял ваҡыты 13.00–14.00.
  Документтарҙы алдан тауыш биреүҙең сайты аша ла бирергә мөмкин: pg.er.ru (ваҡыт сикләүе юҡ).
  Һәр кандидаттың шәхси кабинеты буласаҡ, ул унда биографик мәғлүмәттәр, яңылыҡтар, фотоһүрәттәр һәм ике мотлаҡ һаналған видеояҙманы ҡуя ала.
  Алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар тураһында тулы мәғлүмәт сайтта: pg.er.ru
  Һайлаусылар 17 апрелдән 26 майға тиклем PG.ER.RU сайтында «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша раҫлау менән теркәү үтә.
  Электрон тауыш биреү 2023 йылдың 22 майынан 28 майына тиклем уҙа.


  Ойоштороу комитетының телефоны: 8 (347) 226-78-05.
  Технология штабының телефоны (видеояҙма эшләүҙә ярҙам һәм «Йәш сәйәсмән мәктәбе»): 8 (999) 130 41 09.

Автор:Гульнара Зайнетдинова
Читайте нас