

— Китап «Самрау» нәшриәтендә сыҡты. Әлеге ваҡытта Башҡортостан Башлығы грантына 500 дана баҫыла. Бәлки, һуңғараҡ өҫтәмә тираж донъя күрер, — тип хәбәр иттеләр журналдан.
Ике томлыҡтың исем туйы Мәскәүҙә республиканың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә уҙҙы.
«Ағиҙел» журналының юбилей кисәһе 12 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. Сарала әҙиптәр, эстрада йондоҙҙары һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары ҡатнаша. Инеү ирекле.
12+
Башинформ.