

«Йәрминкәлә, вакансиялар менән бер рәттән, заманса мәшғүллек хеҙмәтенең барлыҡ мөмкинлектәре күрһәтелә», — тип билдәләнеләр ведомствола.
Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһенең төбәк этабы бер үк ваҡытта Башҡортостандың 13 ҡалаһында ойошторола. Улар араһында — Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Бөрө, Нефтекама, Күмертау, Белорет, Учалы, Сибай, Салауат, Ишембай, Бәләбәй һәм Октябрьский. Өфөлә иһә йәрминкәне үткәреү урыны — «Торатау» конгресс-холы.
Был сарала Башҡортостандың 200-гә яҡын предприятиеһы һәм ойошмаһы ҡатнаша.
«Эш эҙләүселәр һөнәри компетенцияһын үҫтереү йәки ихтыяж ҙур булған һөнәр буйынса ҡайтанан уҡыу, ә эш биреүселәр дәүләт яғынан ярҙам тураһында белә ала», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.
16+
Башинформ.