

Башҡортостан Башлығы указы менән Ридаль Сәйетов республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Башҡортостан Башлығының инвестиция эшмәкәрлеге һәм инфраструктура проекттары буйынса кәңәшсеһе булып эшләй ине.
Был вазифала Ридаль Сәйетов Өфөлә «Ағиҙел аръяғы» перспективалы биләмәһендә инженер инфраструктураһы төҙөлөшө өсөн дә яуаплы булды.
Башинформ.