Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
14 Апрель 2023, 09:46

Күп функциялы үҙәктәрҙә контракт хеҙмәте мәсьәләләре буйынса консультация алырға мөмкин

Хәҙер Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәренең бөтә офистарында  контракт буйынса һәм ирекле батальондарҙа хәрби хеҙмәт мәсьәләләре буйынса кәңәшләшергә мөмкин. 

Күп функциялы үҙәктәрҙә контракт хеҙмәте мәсьәләләре буйынса консультация алырға мөмкинКүп функциялы үҙәктәрҙә контракт хеҙмәте мәсьәләләре буйынса консультация алырға мөмкин
Күп функциялы үҙәктәрҙә контракт хеҙмәте мәсьәләләре буйынса консультация алырға мөмкин

Белгестәр контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барыу өсөн талаптар, килешеү төҙөү ваҡыты, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тейешле түләүҙәр, льготалар тураһында һәм башҡа мәғлүмәттәр бирә, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинет аша ғариза бирергә ярҙам итә. Үҙең менән шәхесте раҫлаған документ алып килергә кәрәк.

Беҙгә күп функциялы үҙәктең матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, хеҙмәткә ҡыҙыҡһыныу бар, ул арта ғына. Шәхси консультацияларҙан тыш, ир-егеттәр төп һорауҙарға яуаптар яҙылған листовкаларҙы теләп ала. Бер аҙна эсендә биш меңгә яҡын дана таратылған. Ведомство тағы ла буклеттарға заказ биргән.

Алдан хәбәр иткәнебеҙсә, республика ҡалаларында һәм райондарында контракт хеҙмәтенә һайлау буйынса күсмә агитация пункттары асыла. Бөгөнгә улар 72. Улар сауҙа үҙәктәрендә, хоккей клубтары, транспорт туҡталыштары һәм башҡа йәмәғәт урындарында эшләй. Белешмә алыу өсөн телефон: 117, 8 (347) 218-19-19 һәм 122 (кеҫә телефонынан).

Башинформ.

Автор:
Читайте нас