Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
19 Апрель 2023, 10:40

«Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһе сиктәрендә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале ойошторола

27 майҙа «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе барышында халыҡ ижадын популярлаштырыуға, Рәсәй халыҡтарының эпик жанрын үҫтереүгә һәм таратыуға, үҙебеҙҙең һәм сит ил сәсәндәре менән ижади бәйләнештәр булдырыуға, Башҡортостандың, Рәсәйҙең, сит ил халыҡтарының күп милләтле мәҙәниәте һәм традициялары менән таныштырыуға йүнәлтелгән Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙғарыла. Был хаҡта республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

«Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһе сиктәрендә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале ойошторола«Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһе сиктәрендә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале ойошторола
«Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһе сиктәрендә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале ойошторола

Рәсәй төбәктәренән килгән йырауҙар М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда ҡоролған тирмәлә сығыш яһай. Саха (Яҡут), Дағстан, Марий Эл, Алтай республикаларынан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән, Мәскәүҙән, Дондағы Ростовтан ҡунаҡтарҙың, Башҡортостандың муниципаль берәмектәре вәкилдәренең килеүе көтөлә.

Сәсәндәр фестивале барышында сәсәнлек буйынса оҫталыҡ дәрестәре, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең сәсәнлек мәктәптәре менән таныштырыу, донъя халыҡтарының эпик әҫәрҙәрен башҡарыусыларҙың «Ҡобайыр-шоу» концерты, Рәсәйҙең танылған сәсәндәре, республика ғалим-фольклорсылары, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең донъя эпостарын өйрәнеүселәр ҡатнашлығында «Милли сәсәнлек мәктәптәре: эшмәкәрлек алымдары һәм перспективалары» темаһына түңәрәк өҫтәл була.

Республиканың киң мәғлүмәт саралары журналистары өсөн теле- һәм радиобрифингтар, башҡорт эпостары, әкиәттәре, легендалары буйынса фильмдар, йәнһүрәттәр, видеофильмдар күрһәтеү, Өфө буйлап этно-тур ҡаралған.

Конкурсты Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Сәсәндәр үҙәге ойоштора.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас