

Шуларҙың береһе — автомобилселәр өсөн «Үлемһеҙ полк», тиелә «Еңеү ирекмәндәре» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең рәсми сайтындағы белдереүҙә.
Акцияла граждандар ғына түгел, ә тотош структуралар — йәмәғәт транспорты хеҙмәттәре, хоҡуҡ тәртибе өсөн яуаплы ведомстволар, такси, йөк ташыу, янғын һағы, ашығыс медицина ярҙамы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре һәм башҡалар ҡатнаша ала.
Елена Цунаева социаль селтәрҙә ғаилә геройҙары тураһында ла һөйләргә саҡырҙы: «Беҙгә геройҙарыбыҙҙың тарихын онотмаҫҡа кәрәк. Нәҡ беҙ уларҙы быуындан быуынға тапшырабыҙ, тап улар Бөйөк Ватан һуғышы тураһында тарихи дөрөҫлөктө раҫлай», — тип билдәләне ул.
«Рәсәйҙең үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең төбәк штабы етәксеһе Вадим Курилов «Башинформ» хәбәрсеһе менән әңгәмәлә билдәләүенсә, Башҡортостанда, үҙәк штабтың тәҡдиме буйынса, «Үлемһеҙ полк» акцияһы ойошторолмай.
«Традицион марш булмай. Беҙгә яңы форматтар тәҡдим иттеләр. Бының сәбәбен әлегә белмәйбеҙ, бәлки, хәүефһеҙлек менән бәйлелер», — тине Вадим Курилов.
Башинформ.