

«Советтар Союзы Геройы Абдулла Хәбибулла улы Вәлиев ошо мәктәпте тамамлаған, ул Днепрҙы аша сыҡҡанда тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Беҙҙең көндәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, ә үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән Динар Наис улы Низаев та бында белем алған. Ошо мәктәпте бөткән алты егет әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ошондай ябай ауыл мәктәптәре беҙҙең өсөн сикһеҙ ҡәҙерле. Беҙҙең иң шәп егеттәр ошонда тәрбиәләнә. Улар һәм уларҙың уҡытыусылары алдында түбәнселек менән баш эйәбеҙ! Ә ауыл бик матур. Ауыл советы башлығы менән уларға бер аҙ ярҙам итеү тураһында һөйләшеп килештек», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Башинформ.