Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно

"Нацизмһыҙ донъя өсөн"

Өфөлә шулай тип аталған халыҡ-ара йәштәр форумы уҙҙы.    

"Нацизмһыҙ донъя өсөн""Нацизмһыҙ донъя өсөн"
"Нацизмһыҙ донъя өсөн"

Сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаевтың сәләмләү хатынан башланып китте:

"9 май беҙҙең ил Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығын билдәләне. Еңеү хаҡы — яу ялынында ятып ҡалған, юғалған, яраланған миллионлаған ватандаштарыбыҙ, өҙөлгән яҙмыштар, емерелгән ауыл - ҡалалар. Беҙҙең ҡартатай, өләсәйҙәр, ата-әсәләр замандаштарына ғына түгел, ә киләсәк быуынға ла тыныс тормош бүләк итте. Әммә, үкенескә күрә, тиҫтәләгән йылдар үткәс, донъяның төрлө ерендә нацизм тыуыуының билдәләрен күрәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы һөҙөмтәләрен башҡа төрлө яҙыу, мәңгелек ҡиммәттәрҙе алмаштырыу, власҡа националистик төркөмдәр килеү - былар барыһы тыуған хәүефтең бәләкәй генә бер өлөшө. Бындай хәлдәр Рәсәй халҡын, ил етәкселәрен борсоуға һала. Тарих дәрестәрен онотоу, миллионлаған кеше хәтерен мәсхәрә итеүгә беҙ ҡаршы сығырға тейеш".

Халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыусыларҙы республика Хөкүмәте исеменән тәбрикләп, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сығыш яһаны.

– Был сара Башҡортостандан, Беларусь Республикаһынан һәм Донецк Халыҡ Республикаһынан тикшереүселәрҙе осраҡлы берләштермәне. Ул киҫкен темаға бағышланған – бөтә донъяны ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған нацизм идеологияһына. Икенсе донъя һуғышынан һуң нацизм темаһы юғалғандыр, был фажиғәле һабаҡ башҡаса ҡабатланмаҫ кеүек ине беҙгә. Әммә XXI быуатта Көнбайыш менән Рәсәйҙең геосәйәси ҡаршылыҡтары Украинала нацизмдың яңынан баш ҡалҡытыуына булышлыҡ итте һәм оҙаҡ йылдар дауамында ерҙә йәшәү хоҡуғы өсөн көрәшкәндәрҙе ҡыйратыу барҙы, тәү сиратта Донбасс халҡын. Әле Рәсәй хәрби көстәренең Украинала алып барған махсус операцияһы кешеләрҙең михнәттәренә сик ҡуйырға, нацистарҙың тәртипһеҙлектәрен туҡтатырға тейеш, – тине Әминә Шафиҡова.

Сарала шулай уҡ Рәсәй тарих йәмғиәтенең төбәктәге етәксеһе Марат Мәрҙәнов, Рәсәй хәрби-тарихи ойошмаһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе рәйесе Рәмил Рәхимов, республиканың Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев, Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры Владимир Савичев, Башҡорт дәүләт университетының Тарих һәм дәүләт идаралығы доценты Алексей Целищев һәм башҡалар сығыш яһаны.

Беларусь Республикаһынан һәм Донецк Халыҡ Республикаһынан да онлайн бәйләнешкә сығып, конференция эшендә әүҙем ҡатнаштылар.

Автор:
Читайте нас