

Белмәһәң – өйрәтәбеҙ
Тейешле һөнәрегеҙ булмаған осраҡта ла лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш табыу ихтималлығы ҙур. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә лә тап шулай тиҙәр: «Һеҙгә нисә йәш булыуы, бығаса ҡайҙа эшләүегеҙ мөһим түгел, яңы һөнәр алырға һәм айына 80 мең һумдан юғарыраҡ хеҙмәт хаҡы түләнгән эш табырға һәр ваҡыт мөмкин». Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: ОДК-Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе – оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеһы, бында авиация двигателдәре етештерелә. Бөгөн производство ун йылға алдан заказдар менән тәьмин ителгән, ул әүҙем үҫешә һәм яңы белгестәрҙе эшкә йәлеп итә.
Шуны ла әйтергә кәрәк: предприятиела үҙенсәлекле уҡытыу программаһы булдырылған. Юрист, уҡытыусы, хатта яңы ғына мәктәпте тамамлаған йәш кеше булһынмы, әлеге курсты үтеп, станок артына баҫа һәм аҡса эшләй башлай ала. Уҡыуҙың 70 проценты ғәмәли күнекмәләрҙән тора. Уҡытыу тәжрибәле оҫталар һәм остаздар етәкселегендә уҙғарыла.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта сираттағы төркөм йыйыла, дәрестәр 5 июндә башлана. Ғаризаны umporabota.ru сайтына инеп ҡалдырырға мөмкин. Уҡыу ваҡыты һайлаған йүнәлешкә бәйле. Мәҫәлән, 6-10 айҙа бер һөнәр алырға мөмкин. Ә мультибелгес булыу һәм бер юлы бер нисә һөнәр – киң профилле станоксы, программа менән идара ителеүсе станоктарҙы көйләүсе һәм оператор һ.б. – алыу өсөн ике йыл ваҡыт кәрәк. Ике вариант буйынса ла уҡыу бушлай!
Дәрестәр «Ростех»тың производство-уҡыу үҙәгендә ОДК-Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе биләмәһендә үтә. Уҡыусыларға махсус кейем бирелә, туҡланыу менән тәьмин ителә, уҡыу программаһына ҡарап, 4 меңдән 36 000 һумға тиклем стипендия түләнә.
Әле ОДК-Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә 2 мең вакансия бар: бында токарҙарҙы, фрезеровкалаусыларҙы, станок операторҙарын, контролерҙарҙы (ғәҙәттә, был эшкә ҡатын-ҡыҙҙы алалар) көтәләр. Тағы ла бер яҡшы яңылыҡ: әгәр һеҙ
Башҡортостандың башҡа район һәм ҡалаларынан ОДК-Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә эшкә килһәгеҙ, ятаҡтан урын бирелә йәки ҡуртымға торлаҡ алыу өсөн айына 13 мең һум түләнә. Шулай уҡ балалы ғаиләләргә лә ярҙам күрһәтелә. Балалар өсөн түңәрәктәрҙә һәм секцияларҙа бушлай шөғөлләнеү, Башҡортостан лагерҙарына һәм Ҡара диңгеҙгә ял итеүгә льготалы путевкалар алыу мөмкинлеге бар. Мәктәп тамамлаусылар маҡсатлы йүнәлтмә буйынса Өфө фән һәм технологиялар университетында,
Өфө машиналар эшләү колледжында йәки Өфө авиация техникумында уҡырға инә ала.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Телефондар: 8(347)239-56-95, 8(347) 238-65-72, 8(919)600-28-14. Сайт: umporabota.ru.
Кадрҙар һайлап алыу
Быйылдан башлап республикала хеҙмәткәрҙәр эҙләү буйынса яңы формат – асыҡ кадрҙар һайлап алыу тәжрибәһе ҡулланыла башланы. Ул Башҡортостандың эре предприятиелары вәкилдәренең әүҙем эш эҙләгән кешеләр менән ошондай осрашыуынан ғибәрәт.
Осрашыуҙар башлыса ҡала һәм райондарҙың халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә айына ике тапҡыр үтә.
– Бындай саралар барышында эш биреүсе компания менән яҡындан таныштыра, эш эҙләүселәрҙең һорауҙарына яуап бирә, артабан ҡыҙыҡһынған кандидаттар менән шәхси әңгәмәләшеү үткәрә, – ти Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Асыҡ кадрҙар һайлап алыу сараһының өҫтөнлөгө шунда: компания вәкилдәре урындарҙа кандидаттарҙың белемен, күнекмәләрен һәм шәхси компетенцияларын баһалай, ә эш эҙләүселәр, үҙ сиратында, туранан-тура вакантлы вазифаның үҙенсәлектәре тураһында белешә һәм ярашлы эш урынын тиҙерәк билдәләй ала. Бындай формат компанияларға күп вакансияларҙы тиҙ арала ябырға һәм компетентлы, квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә алырға ярҙам итә.
Мастерҙар, станоктарҙы көйләүселәр, инженерҙар һәм башҡа белгестәр кәрәк
Ошо көндәрҙә Өфөлә «Амкодор-Ағиҙел» компанияһы кадрҙар һайлап алыу сараһын үткәрҙе. Был – Белоруссия инвесторының яңы проекты, уны 2023 йылдың йәйендә сафҡа индереү күҙаллана. Предприятие игенде урып-йыйыуҙан һуң эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү менән шөғөлләнәсәк.
Эш эҙләүселәргә компания 30 меңдән 65 мең һумға тиклемге эш хаҡы менән 10 белгеслек буйынса 64 вакансия тәҡдим итте. Кадрҙар һайлап алыуына мастер, металл конструкцияларын йыйыу буйын- са слесарь, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе кеүек вакансиялар менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе саҡырҙылар. Буласаҡ хеҙмәткәрҙәргә компания рәсми эшкә урынлашыу, социаль пакет, профессиональ һәм карьера үҫеше мөмкинлеге, яңы ҡорамалда заманса эш урындары, уңайлы хеҙмәт шарттары һәм өҫтәмә профессиональ белем алыу тәҡдим итә. Әйтергә кәрәк, бындай һайлап алыу туры Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҡалаларында һәм ауылдарында ла үткәрелә. Уларҙы уҙғарыу адрестарын һәм ваҡытын һеҙгә яҡын булған мәшғүллек үҙәктәре сайттарында һәм социаль селтәрҙәрҙә белергә мөмкин.
Нимәгә мөрәжәғәт итергә?
Телефон: 8(987)130-79-03. Электрон поч- та: otdelkadrov-amkodorufa@yandex.ru.
Тегеү еңел
«Алға» махсус иҡтисади зонаһында урынлашҡан «Аркада» тегеү фабрикаһына ла кадрҙар кәрәк. Ул эш кейеме тегеү буйынса ҙур производство, унда 800 эш урыны ҡаралған. Әлеге ваҡытта фабрикала сменалап 300-ләп кеше эшләй. Уларҙың күптәре бер ҡасан да тегеү менән шөғөлләнмәгән, әммә «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль программаһы буйынса бушлай уҡыған һәм тиҙ арала яңы һөнәр үҙләштергән.
Тулы социаль пакет, заманса ҡорамалдар, уңайлы хеҙмәт шарттары «Аркада»ға республиканың бөтә мөйөштәренән белгестәрҙе йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Ситтән килеүселәргә дөйөм ятаҡ бар, Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары халҡы өсөн вахта автобусында йөрөү ойошторолған.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Телефон: 8(927)326-23-56.
Ни өсөн үҙ төйәгеңдә эшләү яҡшыраҡ?
Вахталағы кеүек сменалар араһында эштән өҙөлөп тороу юҡ
Юл йөрөү көсөргәнешлеге юҡ
Ял һәм байрам көндәрендә ял итәһегеҙ
Уңайлы йәшәү шарттары
Үҙ өйөгөҙҙә йәшәп, балаларығыҙҙың үҫкәнен күрәһегеҙ