Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә беренсе Халыҡ-ара китап йәрминкәһе нимә менән ғәжәпләндерәсәк

26-28 майҙа өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын ҙур ваҡиға көтә – Өфөлә тәүге тапҡыр «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе ойошторола. Уның идеяһын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хупланы. Унда ҙур нәшриәттәр, китап магазиндары, китапханалар, букинистар ҡатнашасаҡ, яҙыусылар, рәссамдар, актерҙар, драматургтар һәм сәнғәт белгестәре менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ. Йәрминкәлә ҡыҙыҡлы китаптар һатып алырға мөмкин буласаҡ.

Өфөлә беренсе Халыҡ-ара китап йәрминкәһе нимә менән ғәжәпләндерәсәк
Өфөлә беренсе Халыҡ-ара китап йәрминкәһе нимә менән ғәжәпләндерәсәк

Ҡунаҡ көтәбеҙ

Өфөлә үткән китап йәрминкәһендә йөҙгә яҡын нәшриәт үҙ продукцияһын тәҡдим итәсәк. Улар араһында «Мәғариф», «Этерна», «Альма-матер» кеүек Мәскәү предприятиелары ла, шулай уҡ Дағстан, Удмуртия, Сыуашстан, Мордовия, Татарстан, Санкт-Петербург төбәктәренән бихисап дәүләт һәм шәхси нәшриәттәр ҙә бар. Яҡын сит илдәрҙә – Белоруссия, Абхазия, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстанда нәшер ителгән китаптарҙы һатып алыу мөмкинлеге лә буласаҡ.
Уҡыусыларҙы, һис шикһеҙ, Өфө нәшриәттәре ҡыуандырасаҡ. Мотлаҡ «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң күргәҙмәһен ҡарарға саҡырабыҙ.

Башҡортостандың сигелгән картаһы

Йәрминкәнең тәүге көнөндә, 26 майҙа, ҡунаҡтар Башҡортостандың сигелгән картаһын – ысын мөғжизәне күрә ала. Уның исем туйы көндөҙ, 12.30 сәғәттә, Аҡмулла сәхнәһендә уҙа.
Карта – тиҫтәләгән оҫталарҙың, рәссам­дарҙың һәм дизайнерҙарҙың үҙенсәлекле ижад емеше. Ул республиканың 54 районы сағылған 1,5 х 2 метрлыҡ ҙурлыҡтағы туҡыманан ғибәрәт. Оҫтабикәләр төрлө сигеү техникаһын ҡулланған, карта ярым аҫыл таштар, сәйлән, таҫмалар, күн, кейеҙ, алтын һәм көмөш ептәр менән биҙәлгән. Ул күп милләтле Башҡортостандың берҙәмлеген, уның бай мәҙәни мираҫын, хеҙмәттә һәм сәнғәттә берләшә алыуын асыҡ күрһәтә. Карта республика Башлығы грантына эшләнгән.

Байрам йондоҙҙары

«Китап байрамы» уҙғарылған көндәрҙә Өфөлә бик күп йондоҙҙарҙы осратырға мөмкин буласаҡ. Улар – танылған яҙыусылар, актерҙар, музыканттар, сәйәсмәндәр. Йома көнө, 26 майҙа, көндөҙгө сәғәт 2-лә Совет майҙанында уҡыусылар детектив романдар авторы, сценарий яҙыу оҫтаһы, телевидение алып барыусыһы Татьяна Устинова менән осраша ала. Уның коллегаһы Дарья Донцова шәмбелә, 27 майҙа, көндөҙгө сәғәт 3-тә китап яратыусылар менән «Илһам, мөхәббәт, тәрбиә тураһында» һөйләшеүҙә ҡатнаша. Шулай уҡ шәмбе көнө 19.00 сәғәттә билдәле психолог һәм китаптар авторы Михаил Лабковский «Бәхет хаҡында ҙур һөйләшеү» уҙғара. Рәсәй Федерацияһы Президенты советнигы, Рәсәй тарихи мәғариф буйынса ведомство-ара комиссия рәйесе Владимир Мединский

«Тыуған яҡ тарихын уҡытыуҙы ойоштороу» исемле түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаша.

Өс көн дауамында йәрминкәнең төп сәхнәһендә 17.00 сәғәттә «Йондоҙҙар менән уҡыуҙар» уҙа. Актерҙар Дарья Мороз, Даниил Спиваковский һәм Дмитрий Дюжев рус классикаһы әҫәрҙәре буйынса моноспектаклдәр тәҡдим итәсәк.

Был көндәрҙә Өфөлә бөтә донъяға билдәле пианист Денис Мацуевтың концерты үтәсәк. «Китап-байрам»да уның хаҡында «Жизнь на Crescendo» китабын тәҡдим итәсәктәр, авторы – Сергей Бирюков.

Асыҡ һауалағы кино

Кис 20.00 сәғәттә Совет майҙанының төп сәхнәһендә асыҡ һауала кино күрһәтелә. 26 майҙа – Михаил Шолоховтың «Кеше яҙмышы» (1959 йыл, режиссеры Сергей Бондарчук), 27 майҙа – Мостай Кәримдең повесы буйынса «Өс таған» (2021 йыл, режиссеры Айнур Асҡаров), 28 майҙа Александр Гриндың повесы буйынса «Ал елкәндәр» (1961 йыл, режиссеры Александр Птушко) фильмын ҡарарға мөмкин. Сараны ойоштороусылар вәғәҙә итеүенсә, асыҡ һауалағы кинотеатр һүрәттең һәм тауыштың сифаты буйынса ҡала кинотеатрҙарынан ҡалышмаясаҡ.

«Уҡыйбыҙ ҙа, ашайбыҙ ҙа»

Йәрминкә барышында бөтә майҙансыҡтарҙа ла төрлө конкурстар, әҙәби осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре үтә, балалар май- ҙансыҡтары һәм йәштәр биләмәләре ойошторола. «Китап уҡыйбыҙ һәм ашайбыҙ» гастрономияһы биләмәһен- дә илдең танылған кулинарҙары ризыҡ әҙерләү серҙәрен аса. Мәҫәлән, кондитер эше буйынса китаптар авторы Елена Сучкова эремсектән дүңгәләктәр һәм бриошь-күмәстәр әҙерләргә өйрәтәсәк, барбекю буйынса эксперт Николай Баратов тандырҙа итте нисек дөрөҫ бешерергә өйрәтәсәк, ә ураҙа һәм монастырь аш-һыуы буйынса белгес Олег Ольхов рус аш-һыуының онотолған рецептары тураһында һөйләйәсәк, билдәле блогер Хәким Ғәниев үзбәк былауын тәҡдим итәсәк.

Ашарға яратҡан һәм бер үк ваҡытта һаулығы тураһында ҡайғыртҡан кешеләргә сәләмәт туҡланыу тураһында доктор Регина менән осрашыуҙан баш тартмаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Уның «Нисек тиҙ, хәүефһеҙ һәм бөтөнләйгә ауырлыҡты кәметергә» лекцияһы йомала, 26 майҙа, 17.00 сәғәттә Совет майҙанында үтә.

Автор:
Читайте нас: