«Газ. Нефть. Технологиялар» күргәҙмәһе 30 йыл эшләү дәүерендә көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү һәм нефть-газ химияһы комплексын артабан үҫтереүҙең оптималь ҡарарҙарын ҡабул итеү өсөн абруйлы майҙансыҡҡа әүерелде.
Күргәҙмәне асыу тантанаһында тура эфирҙа Башҡортостан Башлығы Иглин ауылының Йондоҙло биҫтәһендә газ таратыу селтәрен эшләтеп ебәреүгә, Белоретта Сибай магистраль үткәргестәр идаралығы майҙансығы, Өфө районында технологик транспорт һәм махсус техника майҙансығы эшенә, шулай уҡ республика газ транспорты системаһының тарихи урындары буйлап «Башҡортостан буйлап метанда» автомобиль уҙышына старт бирҙе.
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Дмитрий Титоренконың тормош иптәшенә йортҡа газ үткәреү өсөн сертификат тапшырҙы һәм юбиляр предприятиеларҙың хеҙмәткәрҙәрен дәүләт наградалары менән бүләкләне.
Башинформ.