Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Республика етәксеһе балалар уйынсыҡтары һәм өҫтәл уйындары индустрияһының беренсе форумын иғлан итте

 «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһенә йомғаҡ яһап, Радий Хәбиров сентябрь уртаһында Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостанда Рәсәйҙә етештерелгән балалар уйынсыҡтары һәм өҫтәл уйындары индустрияһының беренсе форумы уҙасағын хәбәр итте. Форумды йыл һайын уҙғарыу планлаштырыла.

Республика етәксеһе балалар уйынсыҡтары һәм өҫтәл уйындары индустрияһының беренсе форумын иғлан итте
Республика етәксеһе балалар уйынсыҡтары һәм өҫтәл уйындары индустрияһының беренсе форумын иғлан итте
- Беҙ 2023 йылдың көҙөндә Рәсәй Федерацияһында етештерелгән балалар уйынсыҡтары һәм өҫтәл уйындары индустрияһы форумын ойошторорға тигән тәҡдим менән сыҡтыҡ. Партнер булып сығыш яһаһындар өсөн Рәсәйҙең сәнәғәт министры исеменә хат әҙерләүегеҙҙе һорайым. Бик ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк тема. Унда презентация ла эшлекле өлөш тә була. Хөкүмәттән балалар уйынсыҡтары сығарған сәнәғәткә ярҙам сараларын әҙерләүҙәрен һорайым. Уйынсыҡтарҙы үҙебеҙҙә етештерергә, уйынсыҡтар аша үҙ идеологиябыҙҙы үткәрергә, илебеҙ, геройҙарыбыҙ хаҡында һөйләргә кәрәк. Быға етди әҙерләнеүегеҙҙе һорайым, - тине Башҡортостан Башлығы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 26-28 майҙа Өфөлә беренсе «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтте.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: