Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
5 Июнь 2023, 07:00

Яҡташыбыҙ Әмир Шаһбанов Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде

Башҡортостандан Әмир Шаһбанов махсус хәрби операция зонаһында хәрби заданиены үтәгәндә ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән. 

Яҡташыбыҙ Әмир Шаһбанов Батырлыҡ ордены менән бүләкләндеЯҡташыбыҙ Әмир Шаһбанов Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде
Яҡташыбыҙ Әмир Шаһбанов Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде

«Башҡорт батальоны» телеграм-каналынан билдәле булыуынса, гвардия өлкән лейтенанты Шаһбанов етәкселегендәге төркөм ҡатмарлы һауа шарттарында һәм дошман уты аҫтында позицияларҙы инженер саралары менән йыһазландырған. Был дошмандың йылға ярында нығыныуына һәм беҙҙең ғәскәрҙәрҙең сигенә яҡынлашырға ҡамасаулаған. Ҡыйыу һәм тәүәккәл аҙымы өсөн яҡташыбыҙ Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас