Ашҡаҙар
+8 °С
Облачно
Республика һулышы
20 Июня 2023, 12:30

Өфөлә халыҡ һаны 1,2 миллионға етеп килә

2022 йыл йомғаҡтары буйынса Өфө ыңғай социаль-иҡтисади үҫеш динамикаһын күрһәтте. Был хаҡта ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә Өфө мэрияһының иҡтисад идаралығы начальнигы Тимур Хафизов белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә халыҡ һаны 1,2 миллионға етеп киләӨфөлә халыҡ һаны 1,2 миллионға етеп килә
Өфөлә халыҡ һаны 1,2 миллионға етеп килә

Былтыр тейәп оҙатылған сәнәғәт продукцияһы күләме 2,5% артҡан. Уның буйынса Өфө миллионлы ҡалалар араһында алдынғы урынды һаҡлап ҡалған, ә ҡаланың республиканың тулайым төбәк продуктына индергән өлөшө 1,5 триллион һумға еткән. Халыҡтың иҫәбе артҡан, бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһында 1 180 979 кеше йәшәй. Үҫештең төп факторы – миграция, былтыр ҡалаға 38 меңдән ашыу кеше уҡырға һәм эшкә килгән.

Ғөмүмән, төп социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса Өфө 14 миллионлы ҡала араһында 4-се урынды биләй (Мәскәүҙе һәм Санкт-Петербургты иҫәпкә алмағанда). Ҡала ҡала мөхите сифаты индексы буйынса ҙур ҡалалар рейтингында (Мәскәүҙе һәм Санкт-Петербургты иҫәпкә алып) 7-се урында тора.

Уҙған йылда уңайлы эшлекле мөхит булдырыу өсөн Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге стандарты индерелде. Уның күрһәткестәре буйынса Өфө 1-се урынды биләй. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Өфөлә эшһеҙлек кимәле 0,73% еткән, әлеге ваҡытта ул 0,6% тиклем кәмегән.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас