

Музейҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәлә ХХ быуаттың икенсе яртыһында Рәсәй һәм Беларусь Республикаһы рәссамдары ижад иткән һынлы сәнғәт, графика, халыҡ һәм профессиональ биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәрен күрергә мөмкин.
Әҫәрҙәр Рус дәүләт музейы (Санкт-Петербург), «Царицыно» дәүләт тарихи-архитектура, художество һәм ландшафт музей-ҡурсаулығы, «РОСИЗО» дәүләт музей-күргәҙмә үҙәге, Рәсәй Рәссамдар союзы һәм шәхси йыйылмаларҙан (бөтәһе лә - Мәскәүҙән) алынған.
Күргәҙмәне ойоштороусылар — Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы һәм «РОСИЗО» дәүләт музей-күргәҙмә үҙәге. Күргәҙмә Рәсәй төбәктәренең һәм Беларусь Республикаһының Х форумына ҡарата асылды.
Күргәҙмә 2023 йылдың 27 авгусына тиклем эшләй.
Башинформ.