

«Беҙҙә эшһеҙлек кимәле бик түбән. Рәсәй буйынса алғанда, ныҡ түбән. Бындайҙың бер ҡасан да булғаны юҡ ине. Шуға кеше етмәй, беҙ һәр кеше өсөн көрәшергә тейешбеҙ. Көрәш саралары яп-ябай: уңайлы хеҙмәт шарттары, яҡшы эш хаҡы. Беҙ уңайлы мөхит, төҙөкләндереү, ғәҙәти көн тәртибе менән шөғөлләнергә тейешбеҙ. Был ҙур, күп яҡлы эш. Вакансиялар йәрминкәһе — ошо эштең бер өлөшө.
Йәштәрҙең эшсе һөнәрҙәрҙе һайлауы яҡшы, әлбиттә. Эшсе һөнәре һәйбәт хеҙмәт хаҡын гарантиялай, был етди этәргес булып тора. Хәҙер был — абруйлы һөнәр. Бер үк ваҡытта колледждарҙы үҫтереү эше лә алып барыла. Йәштәрҙең күпселеге предприятиеларға килә», - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башинформ.