

Федерация Советынан форумға 575 кеше килә, улар иҫәбендә 33 ҡатнашыусынан торған рәсми делегация. Беларусь делегацияһында – 254 ҡатнашыусы, шул иҫәптән 42 кешенән торған рәсми делегация. Федераль власть органдары етәкселәренең, атап әйткәндә, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Алексей Оверчуктың, мәҙәниәт министры Ольга Любимованың, фән һәм юғары белем министры Валерий Фальковтың, Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Юрий Зубовтың, башҡа ведомство һәм үҫеш институттары вәкилдәренең килеүе көтөлә.
Ҡатнашыусылар һаны буйынса мәғлүмәт даими үҙгәреп тора, бөгөнгә билдәле булыуынса, Өфөгә 15 төбәк башлығы, 13 төбәк башлығы урынбаҫарҙары килә. Форумда 406 киң мәғлүмәт саралары вәкиле, шул иҫәптән 20 сит илдең киң мәғлүмәт сараһы ҡатнаша.
Башинформ.