Ашҡаҙар
+17 °С
Ясно
Республика һулышы
3 Июля 2023, 06:27

Республикала башҡорт аты ғилми-тикшеренеү институты булдырыла

Башҡортостан Башлығы указы менән республикала «Башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма булдырыла. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала башҡорт аты ғилми-тикшеренеү институты булдырылаРеспубликала башҡорт аты ғилми-тикшеренеү институты булдырыла
Республикала башҡорт аты ғилми-тикшеренеү институты булдырыла

Ойоштороусы итеп ауыл хужалығы, мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтары тәғәйенләнә. Указдың үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Илшат Фәзрахмановҡа йөкмәтелә.

11-13 августа Баймаҡ районында «Башҡорт аты» фестивале ойошторола. Һабантуйҙарҙа ат сабышы чемпиондары тураһында тулыраҡ бында уҡырға мөмкин.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас