

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, ислам банкингы эшмәкәрлекте ислам нормаларына ярашлы алып барыуҙы күҙ уңында тота. Проценттар түләү (риба) һәм унан процент килешеүҙәре, билдәһеҙлек шарттары менән килешеүҙәр, шулай уҡ иҡтисадтың ҡайһы бер секторҙарын: уйын бизнесын, сусҡа ите, алкоголле продукция һәм тәмәке етештереүҙе финанслау тыйыла. Банктар инвестицияларҙан табыш ала.
Башинформ.