Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
6 Июль 2023, 06:26

Өфөнән Грузияға һәм Ҡаҙағстанға авиарейстар асыла

«Ред Вингз» авиакомпанияһы аҙнаһына 7 тапҡыр Өфөнән Тбилисиға һәм Кутаисиға халыҡ-ара авиарейстар башҡарыуға рөхсәт алды. Федераль һауа транспорты агентлығының бойороғонда ошо турала әйтелә.

Өфөнән Грузияға һәм Ҡаҙағстанға авиарейстар асылаӨфөнән Грузияға һәм Ҡаҙағстанға авиарейстар асыла
Өфөнән Грузияға һәм Ҡаҙағстанға авиарейстар асыла

Бынан тыш, тағы 3 ай Өфө - Астана («Азимут» һәм «Ред Вингз» авиакомпаниялары), Өфө - Алматы («Ред Вингз», «Ютэйр»), Өфө - Анталья («Ред Вингз»), Өфө - Ташкент («Ютэйр») авиарейстарын башҡарырға рөхсәт бирелде.

Шулай уҡ республикабыҙҙың баш ҡалаһынан Занзибарға авиарейстар асыла, тип хәбәр ителә федераль һауа транспорты агентлығы сайтында.

Рәсми документтан билдәле булыуынса, осоштар аҙнаһына ике тапҡыр башҡарыла.

Башинформ.

 

Автор:
Читайте нас