

Был граждандарға терәк тораҡ пункттарҙағы күп ҡатлы йорттан фатир һатып алыу өсөн кредит алырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ ауыл халҡы әҙер йорт комплекттарын файҙаланып, үҙ көсө менән өй һалырға льготалы ипотека алыу мөмкинлегенә эйә була.
«Әлеге ҡарар ауыл ерендә йәшәүселәргә тиҙерәк йортло йәки фатирлы булырға, ошо биләмәләргә тағы ла күберәк белгестәр ҡайтарырға булышлыҡ итер», — тип билдәләне Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин.
2022 йылда президент ҡушыуы буйынса хөкүмәт программаны мөҙәтһеҙ итте. 2023 йылда программаны ғәмәлгә ашырыуға федераль бюджетта 19,5 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған.
Башинформ.