Фестивалдең маҡсаты - төбәктә йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттар һанын арттырыу һәм популярлаштырыу.
Геолокация: 52.6493197, 58.3256030
Махсус ойошторолған маршрут автобустарында Баймаҡтан Граф күленә тиклем барып етергә мөмкин, ара - 3 саҡрым.
Үҙ машинаһында барғандарға парковка бар, маршрут буйынса күрһәткестәр ярҙам итәсәк:
- Сермән - Баймаҡ автотрассаһы: Темәс ауылы аша - Түбә ауылы - Иҫән ауылы - Граф күле
- Сермән - Баймаҡ автотрассаһы: Баймаҡ ҡалаһы аша - Граф күле
- Ира - Магнитогорск автотрассаһы: Юлдыбай ауылы аша - Баймаҡ ҡалаһы - Граф күле
- Магнитогорск - Ира автотрассаһы: Сибай ҡалаһы аша - Баймаҡ ҡалаһы - Граф күле.
Әгәр балаларығыҙ менән килергә йыйынһағыҙ, уларға ла ҡыҙыҡ буласаҡ. Бәләкәй ҡатнашыусылар өсөн программала - интерактив уйындар һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры спектакле ҡуйыла, шулай уҡ Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре үткәрәсәк милли уйындар ҡаралған.
Фестиваль өс көн - 11-енән 13 авгусҡа тиклем барасаҡ. Ситтән килгәндәр Сибай, Баймаҡ, Белорет ҡунаҡханаларында урынлаша, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Белорет райондарында йәшәй ала. Бының өсөн алдан уҡ номерҙарға заказ бирергә кәрәк.
Теләге булғандар халыҡ-ара физкультура-спорт уйындарында ҡатнашырға мөмкин, әммә талаптар ҙа юҡ түгел. Әйткәндәй, еңеүсегә төп бүләк - автомобиль! Тулыраҡ мәғлүмәт - сайттағы Положениела.
Шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр өсөн халыҡ уйындары һәм эстафеталар ойоштороласаҡ.
???? Бәйләнеш үҙәгендә өҫтәмә һорауҙарға яуап алырға мөмкин: 8 (937) 331 02 01, 122 (өҫтәмә 4)
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан