Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
18 Июль 2023, 11:58

Ағиҙел йылғаһы төбөндә артефакт тапҡандар

Өфө ҡотҡарыусылары Ағиҙел йылғаһында тарихи артефакт тапҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һыу төбөнән сығарылған ауыр түңәрәк таш — урта быуаттарға ҡараған тирмән.

Ағиҙел йылғаһы төбөндә артефакт тапҡандарАғиҙел йылғаһы төбөндә артефакт тапҡандар
Ағиҙел йылғаһы төбөндә артефакт тапҡандар

«Эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре тарихи табылдыҡты Башҡортостандың Милли музейына тапшырырға йыйына, — тип хәбәр иттеләр ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән, шулай уҡ ҡотҡарыусыларҙың ваҡыты-ваҡыты менән баш ҡала музейҙарын экспонаттар менән тулыландырыуы тураһында иҫкә төшөрҙөләр. Мәҫәлән, Ағиҙел йылғаһында улар бер быуатлыҡ якорь, мамонт һәм бизон һөйәктәрен, ә Ҡариҙелдә 8 мең йыл элек йәшәгән йөнтәҫ мөгөҙморондоң баш һөйәген тапҡайны.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас