

«Үҙебеҙ һуғыш балалары, аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла күп күрҙек. Балаларҙың һәр береһенең машинаһы бар, уны кем йөрөтә. Нисә йыл тик торҙо. Ауыл советы менән һөйләштек тә ебәрәйек, тинем», - ти Фәһимә инәй «Дәүләкән ТВ» телеканалына.
Көрмәнкәй ауыл советы башлығы Дамир Дәүләтов әйтеүенсә, машинаны ошо ауыл егеттәре хеҙмәт иткән подразделениеға тапшырғандар.
Был район халҡының яҡташтарына берҙән-бер ярҙамы түгел. Ҡоръятмаҫ ауылы старостаһы Фәнир Халиҡов махсус хәрби операция зонаһына ике автомобиль гуманитар ярҙам илткән. Һуңынан яугирҙәр әйтеүенсә, иң тәмлеһе тыуған яҡтан ебәрелгән икмәк булған.
Башинформ.