Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
25 Июль 2023, 05:18

Башҡортостан йәштәре Волга буйы федераль округының «iВолга» форумында ҡатнаша

 Форум үҙ майҙансығында илдең төрлө мөйөштәренән 2 мең йәш кешене берләштерә. Форум әлеге ваҡытта һайлап алыу турын үткәндәр өсөн Һамар өлкәһенең Мастрюков күлдәрендә бара. Волга буйы һәм башҡа төбәктәрҙән 32 меңдән ашыу кеше заявка биргән булған.

Башҡортостан йәштәре Волга буйы федераль округының «iВолга» форумында ҡатнашаБашҡортостан йәштәре Волга буйы федераль округының «iВолга» форумында ҡатнаша
Башҡортостан йәштәре Волга буйы федераль округының «iВолга» форумында ҡатнаша

Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук беҙҙең делегация тураһында бына нимәләр һөйләй:

- Быйыл делегация составына 150-гә яҡын йәш кеше һәм ойоштороусы инде. Әле форум майҙанында улар белем ала, башҡа төбәктәрҙән килгән йәштәр менән таныша. Форумда беҙҙең тренинг сменаһы «Тәрбиә оҫталары» тип атала. Башҡа төрлө майҙансыҡтар ҙа - «Халыҡ байрамдары фестивале» һәм «Диджейҙар фестивале» лә бар. 28 июлдә форумды япҡанда "iВолга"ға йомғаҡ яһайбыҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, форум темаһы - саралар ойоштороу. Ул саралар ойошторорға һәм уны яҡтыртырға яратыусылар өсөн.

Форум Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге мөһим һәм ҙур округ сараларының береһе булып тора.

Форумдың маҡсаты - төрлө хәл-ваҡиғалар ағышында һәм саралар ойоштороуҙа компетенцияларҙы үҫтереү. Башҡортостан делегацияһына уңыштар теләйек!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Башҡортостан йәштәре Волга буйы федераль округының «iВолга» форумында ҡатнаша
Башҡортостан йәштәре Волга буйы федераль округының «iВолга» форумында ҡатнаша
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас