

“Беҙ инвалидлығы булған йәштәрҙең үҙен үҫтереү өсөн өҫтәмә дәртләндергес көс алыуын теләйбеҙ”, – тине Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе Олег Ротов.
Форумда семинарҙар, пленумдар, мотивация саралары ойошторолдо. Инвалидлығы булғандарға яңы технологияларҙы нисек ҡулланырғаикәнлеге, эшҡыуарлыҡта яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу, власть органдары менән эш итеү тураһында һөйләнеләр.
“Минең бизнесым” үҙәге вәкилдәре форумда ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Фото: “Минең бизнесым” үҙәге сайтынан.