UfaTime.ru хәбәр итеүенсә, был документта шулай уҡ эшсе ҡулдар етмәгән предприятиеларҙың исемлеге лә бирелгән. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 70 белгеслек буйынса эшселәр етешмәй. Республика водителдәргә, машинистарға, аппаратчиктарға, монтажниктарға, операторҙарға, слесарҙарға, токарҙарға, электромонтерҙарға, фрезеровщиктарға, намотчиктарға, мотористарға, малярҙарға мохтажлыҡ кисерә. Ә Стәрлетамаҡта «РСУ ДОР» муниципаль бюджет идаралығына мастер (ир кеше), КДМ машинисы, электр ҡорамалын төҙөкләндереү һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер, механик, ремонтлаусы слесарь, сәскә үҫтереүсе, штукатур, запчастар буйынса механик кәрәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, эшләйем тигән кешегә эш табырға була.
Римма ҒӘЛИМОВА.