Финанслау күләме төбәктә ярты йылда 1,9 миллиард һум тәшкил иткән. Был эшҡыуарҙарға 4 миллиардтан ашыу кредит ресурстарын йәлеп итергә мөмкинлек биргән. Әлбиттә был РФ президенты Владимир Путин башланғысындағы «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Римма ҒӘЛИМОВА.