Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
13 Август 2023, 10:00

ТӨҘӨЛӨШТӘН ДӘ БЕЙЕГЕРӘК... КҮТӘРЕЛӘ КРАН ЙӨРӨТӨҮСЕЛӘР

Ҙур булмаған ремонт яһай башлаһаң да күпме ваҡыт һәм көс талап итә был эш, ә бына төҙөүселәр күккә тигәндәй ҡалҡып торған бейек-бейек йорттар төҙөп сыға. Сағыу мәктәптәр, балалар баҡсаһы, күп фатирлы йорттар бейеклеге менән генә түгел, үҙенең заманса ойошторолошо, тыш яғынан зауыҡлы булып тороуы менән айырылып тора. Кирбес артынан һалынған кирбес менән шулай ҙурайып үҫә ул йорт, биҫтә, ҡала...

ТӨҘӨЛӨШТӘН ДӘ БЕЙЕГЕРӘК... КҮТӘРЕЛӘ КРАН ЙӨРӨТӨҮСЕЛӘР
ТӨҘӨЛӨШТӘН ДӘ БЕЙЕГЕРӘК... КҮТӘРЕЛӘ КРАН ЙӨРӨТӨҮСЕЛӘР

Кирбесте тигеҙ һәм төҙ һалыу үҙе бер сәнғәт инде ул, ә бына ҙур техниканың гөрһөлдәп эшләп, тауҙай өйөлөп торған материалды уйынсыҡтай йә бер яҡҡа, йә икенсе яҡҡа күсереп ҡуйыуҙарын балалар сәғәттәр буйы күҙәтергә әҙер. Ә шулай ҙа төҙөлөштә иң ҡурҡыу белмәҫ кешеләр кран менән идара итеүселәрҙер ул, сөнки улар йорт үҫкән һайын унан да бейегерәк булып торған техникаға үрмәләй, көн дауамында уның менән идара итә. Иң тәүгеләрҙән булып та төҙөлөш урынына кран барып тора, уны ҡороу башлана. Ошо кранды төҙөк итеп сафҡа индереү, хәүефһеҙ итеү, тәртиптә тотоу – йәнә бер ҙур эш, сәнғәт! Төҙөүселәр көнө айҡанлы ошо ҡеүәтле техникаға бәйле һүҙ алып барыу маҡсатында ҡалала ғына түгел, республика кимәлендә уңышлы эшләүсе, төҙөлөштәрҙе башнялы крандар менән тәьмин итеүсе “УМиМ плюс” компанияһына йүнәлдек.

– Төҙөлөш майҙанын иң тәүҙә барып ҡарайбыҙ, техниканы ҡороу алдынан ултырған урыны тигеҙ булғанын эшкә яраҡлы һәм хәүефһеҙ булыуын тикшерәбеҙ. Әгәр ҙә етешһеҙлектәр булһа, төҙөлөш хужаларынан талаптарҙы үтәүҙе һорайбыҙ һәм улар үтәлгәс кенә эште башлайбыҙ. Нигеҙ (фундамент) блоктарынан башлап, кирбес, иретмә, таҡталар менеп китә, япма плитәләр, иң аҙаҡта ҡыйыҡты ослап ҡуйғанға тиклем кран өҙлөкһөҙ эшләй, – тип һүҙ башланы баш инженер Наил Тәлғәт улы Йәнекәев.
Ғөмүмән алғанда, крандың ерҙә булған төҙөлөш материалдарын ырғаҡтарға тағып талғын ғына үрге ҡаттарға күтәреп алып китеүен күҙәтеү ул башҡарылған ҙур эштең һөҙөмтәһе. Бына тап ошо һөҙөмтәгә ирешеү кран менән идара итеүселәр өсөн төҙөлөш романтикаһы булып тора ла инде. Сөнки кирбес һалыусыларға, иретмә баҫыусыларға кәрәкле материал “һә” тигәнсе килә лә етә, эш ырап ҡала. Был тиклем эш торғанда барыһын да ҡул менән генә ташып еткереп булмай шул.
Автокрандар 15 метрға тиклем эшләй алһа, башня крандары 15 метрҙан башлап юғарыға менеп китә, 9 ҡатлы бина булһа, мәҫәлән, ул 35-36 метр тирәһе тәшкил итә. Яңы төҙөлгән “Шахтау” биҫтәһендәге йорттар иһә тағы ла бейегерәк, унда башня крандары 60 метрҙан уҡ уҙып китә.
– Беҙҙең компания булдырылғанға 16 йыл булып киткән, үҙем төҙөлөштә 41 йыл хеҙмәт итәм. Компаниябыҙҙың төп эше төҙөлөш майҙандарын кран менән тьәмин итеүҙән ғибәрәт, шулай уҡ махсус техника менән йөк ташыу эштәрен дә башҡарабыҙ. Беҙ кранды алып барабыҙ, ҡорабыҙ, уны селтәрҙәргә тоташтырабыҙ, төҙөлөш барышында эшләтәбеҙ һәм һуңынан кире һүтеп уны яңы майҙанға, йәки һаҡлауға алып китәбеҙ. Кранда эшләү хәүефле, шуға ла тикшереү органдары тарафынан ҡуйған талаптарҙы үтәйбеҙ, – тип һөйләй эштәре хаҡында йәмғиәт директоры Хәйҙәр Шәрифулла улы Яруллин. Тонналаған йөк, метрҙар менән һаналған бейеклек, оҙон тимер кран эшләгән урында физик көс талап ителгәне, күпме тир түгеүҙе талап иткән һөнәр булғаны әллә ҡайҙан уҡ күренеп тора!
Беҙ фотола күргән ир-егеттәр компанияла эшләүселәрҙең бер өлөшө генә, барлығы бында 37 белгес крандарҙың эшен тәьмин итеүгә көс һала. Төҙөлөш компаниялары тотош биҫтәләр төҙөп сығып үҙ йорттары менән ғорурланһа ла, был төҙөлөштө башынан аҙағына тиклем кран менән хеҙмәтләндергән компанияның да индергән өлөшө тос.
– “Лазурный” биҫтәһендәге бар йортта беҙҙең крандар ярҙамында ҡалҡып сыҡты. Ә бит беҙ күп фатирлы йорттар ғына төҙөмәйбеҙ, мәҫәлән, ҡалабыҙҙа Артем урамындағы 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы, Шахтау ҡасабаһындағы ҙур мәктәп, Ҡырмыҫҡалы районында Прибельский ауылы мәктәбе, Өфө эргәһендә Жуково ҡасабаһында мәктәп беҙҙең ҡатнашлыҡта төҙөлгән социаль объекттар булып тора. Стәрлетамаҡ эргәһендә булған Ишембай, Салауат, Күмертау ҡалаларында торлаҡ төҙөлөшөнә лә өлөш индерҙек, – ти етәксе Хәйҙәр Шәрифулла улы.
Йәй айҙары төҙөлөштөң иң ҡыҙған мәле тип һанаһаҡ та, йылдар дауамында төҙөлөш объекттарына сумып китеп тигәндәй эшләгән тәжрибәле белгестәр “Йыл әйләнәһенә эшебеҙ ҡайнап тора” тигән һүҙҙәрҙе дәлилләп, ямғырлы көҙ, һыуыҡ ҡыш булыуына ҡарамаҫтан төҙөү объектында! Ә беҙгә иһә үҙ фатирыбыҙ, эштәге офис, йә булмаһа мәктәп, йә башҡа бина тәҙрәһе бейеклегенән ҡарап тороп төҙөүселәргә рәхмәт әйтәһе генә ҡала.

ТӨҘӨЛӨШТӘН ДӘ БЕЙЕГЕРӘК... КҮТӘРЕЛӘ КРАН ЙӨРӨТӨҮСЕЛӘР
ТӨҘӨЛӨШТӘН ДӘ БЕЙЕГЕРӘК... КҮТӘРЕЛӘ КРАН ЙӨРӨТӨҮСЕЛӘР
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: