Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
16 Август 2023, 07:30

Радий Хәбиров II Халыҡ-ара балалар мәҙәни форумында ҡатнашыусыны һәм уның остазын бүләкләне

Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе сиктәрендә II Халыҡ-ара балалар мәҙәни форумында ҡатнашыусыларҙы бүләкләне.

Радий Хәбиров II Халыҡ-ара балалар мәҙәни форумында ҡатнашыусыны һәм уның остазын бүләкләнеРадий Хәбиров II Халыҡ-ара балалар мәҙәни форумында ҡатнашыусыны һәм уның остазын бүләкләне
Радий Хәбиров II Халыҡ-ара балалар мәҙәни форумында ҡатнашыусыны һәм уның остазын бүләкләне

Балаларҙы һәм йәштәрҙе тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн «Телешко» балалар телевидение мәктәбенә нигеҙ һалыусы Һәм уның етәксеһе Рөстәм Аҙнабаев Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Республика етәкселегенә рәхмәт белдереп, ул Өфөгә балалар журналистикаһының баш ҡалаһы статусын нығытырға тәҡдим итте.

Беҙҙә «Тамыр» телеканалы бар. 11 йыл дауамында балалар телевидениеһы мәктәбе эшләй. Мәктәптең филиалдары Рәсәйҙең 10 ҡалаһында — Донецкта бар, сентябрҙә Ханты-Мансийск, Тамбов, Санкт-Петербург һәм Ереванда асыла. Өфө медиасылары бөтә ил буйынса балаларҙы уҡыта, – тип билдәләне Рөстәм Аҙнабаев.

«Телешко» балалар телевидение мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Арсений Ғәйнуллин шулай уҡ «Волга буйында эшләргә кәрәк булған 100 нәмә» беренсе балалар тревел-шоуын уңышлы тормошҡа ашырғаны өсөн Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Республика башлығы үҫмерҙе «буласаҡ туризм министры» тип атаны.

Форумда ҡатнашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдереп, Арсений проекттың интернетта ғына түгел, телевидениела ла сығыуы тураһында хыялланғанын белдергән.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас