– Был залда — Ватанды һаҡлаусылар, офицерҙар, сержанттар, старшиналар һәм рядовойҙар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ. Һеҙ барығыҙ ҙа ысын геройҙар. Һәм минең өсөн бөгөн һеҙҙең ҡулығыҙҙы ҡыҫыу — ҙур хөрмәт. Барыһына ла ихлас ихтирам белдерергә теләйем», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
– Махсус хәрби операция башланғандан алып меңдән ашыу яҡташыбыҙ Батырлыҡ, Шайморатов, Салауат Юлаев ордендары, Суворов, Жуков, генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнде. Беҙ мобилизацияланғандарға, ирекле отрядтар яугирҙарына ярҙам итәбеҙ, уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрәбеҙ. Яҡташтарҙы кейем, транспорт, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ», – тип республика етәксеһе уларҙың ғаиләләренә берҙәмлек һәм илһөйәрлек өсөн ихлас рәхмәт белдерҙе. – Һәр берегеҙ иң юғары һүҙҙәргә лайыҡ. Ата-әсәйҙәрегеҙгә шундай матур улдар тәрбиәләгәне өсөн баш эйәм. Ғаиләләрегеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ярҙамығыҙ һәм үҙ — ара аңлашыуығыҙ өсөн рәхмәт», – тине төбәк етәксеһе. – Бөгөн беҙ яугирҙарға милли геройыбыҙ, легендар 112 — се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Батырлыҡ һәм хәрби батырлыҡ өлгөһөнә әйләнгән Рәсәй Геройы генерал Шайморатов ордены һәм миҙалы тапшырабыҙ. Был беҙҙең башҡорт хәрби наградаларыбыҙ. Был һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, батырлығығыҙ, антығыҙға һәм хәрби бурысығыҙға тоғролоғоғоҙ өсөн хөрмәт һәм рәхмәт».
https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/169338.html