Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
23 Август 2023, 13:18

Мотоцикл һөйөүселәр ҙә ҡор йыйҙы

https://vk.com/sterlitamak_adm Мотоцикл һөйөүселәр ҙә ҡор йыйҙы
Мотоцикл һөйөүселәр ҙә ҡор йыйҙыhttps://vk.com/sterlitamak_adm

Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендәге «Сосновка» ял базаһында XI Бөтә Рәсәй «Байкурултай» мотофестивале үтте. Ике тәгәрмәсле «тимер атты» ауыҙлыҡлаусылар үҙҙәренә үҙенсәлекле ял ойошторҙо.

Мотоциклдарға һөйөү шул тиклем күмәк кешене берләштерергә мөмкин икән тип уйламаҫһың да, әммә фестивалдең шаһиты булһаң, быға ышанырға була. Сөнки ҡалабыҙға был көндө 700-ҙән ашыу байкер Мәскәү, Өфө, Волгоград, Төмән, Ҡырым, Ҡаҙағстан, Беларусь республикаларынан ағылды. Фестиваль барышында көслө музыка, мотоцикл парады, оҫталыҡ дәресе, кейем атрибутикаһы күргәҙмәһе, конкурстар ойошторолдо. Эйе, байкерҙарҙың үҙ тормош фәлсәфәһе, улар еңеллек, ҙур тиҙлек һәм иге-сиге булмаған юлдарҙан йөрөргә ярата. Яңы дуҫтар табып, мотоциклдар тураһында әңгәмәләр ҡороп, көс-дәрт йыйып ҡайтты байкерҙар беҙҙең яҡтарҙан.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: