Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
23 Август 2023, 12:36

Сауҙагәрҙәрҙән гөрләп торҙо Стәрлетамаҡ

Сауҙагәрҙәр заманында халыҡ баҙар күрер өсөн ат егеп саҡырымдарса араны арба тәгәрмәсе шығырлатып, йылға-шишмәләр кисеп килеп еткән булған. Алыҫ юлдан килгәс төнгөлөккә ял итеү өсөн бүлмәгә инеп ҡуныр булғандар. Шулай бер йөрөп ҡайтыу өсөн күпме көс талап ителгән, шулай ҙа ҙур ҡаланы күреп ҡайтыу мәртәбәһе, алып ҡайтҡан тауар, бүләктәр үҙе бер хәтирә, ваҡиға булып торған. Әле беҙ ҡала урамдары буйлап йөрөгәндә лә шул замандағы сауҙагәрҙәр һалдырған йорттар эргәһенән үтеп ҡалабыҙҙағы сауҙа көсөн күҙ алдына килтерергә була. Сөнки йорттарҙы семәрләп, архитектура алымдары менән ҙур йорттарҙы әлеге заманда ла һалып сығыу ҙур сығымдар, көс талап итер ине. Быуаттар тарихын һаҡлаған йорттарҙың бер өлөшөн булһа ла күреп, был ваҡыттарға уйҙар менән булһа ла сумаһың.

Бөгөнгө көндә лә алыҫ араларҙы яҡынайтып, төрлө тарафтарҙан ҡалабыҙға сауҙагәрҙәр, үҙ эшенең оҫталары килеп еткән. Уларҙың сауҙа рәттәренә барып шөғөлдәре, кәсептәре менән дә танышып үттек. Мәҫәлән, Ҡаҙағстандан 12 кешенән торған төркөм килеп еткән ине, улар үҙҙәренең мәҙәниәтен дә, милли тауарҙарын да алып килгән.
– Беҙ Уральск ҡалаһынан килеп еттек, Стәрлетамаҡ беҙҙең өсөн туғандаш ҡала. Әлегә ҡаланы тулыһынса ҡарап өлгөрмәнек, шулай ҙа беҙгә оҡшай. Күбеһенсә беҙ милли биҙәүестәр, төрлө техникала башҡарылған ҡурсаҡтар, халҡыбыҙға хас биҙәкле йыуғыстар, япмалар, мендәрҙәр, таҫтамалдар алып килдек. Шулай уҡ сувенирҙар, башҡа төрлө ағастан юнып, ҡырҡып эшләнгән тауарҙар, – тине ҡул оҫталары төркөмө етәксеһе Зинаида Кожевникова. Милли калоритлы Ҡаҙағстан сауҙагәрҙәренән йыраҡ түгел Свердловск өлкәһенең ҡул оҫталары сауҙалаша ине. Улар иһә үҙ тауарын алып килһә лә, күберәк байрам менән танышырға, бындағы сауҙалыҡ көсөн белергә тип килгәндәр:
– Беҙ Стәрлетамаҡта былтыр үткән Сауҙагәрлек байрамы тураһында таныштарҙан ишетеп белдек һәм килергә булдыҡ. Сәнки бында ҡул эштәренең яңы төрҙәрен күрергә, яңы алымдарҙы өйрәнергә була, был да бит яңы хистәр, эшебеҙҙең юҡҡа түгел икәнен асып һала. Беҙ иһә үҙебеҙ марыйҙар, марыйса һөйләшәбеҙ, тауарҙарыбыҙ ҙа күбеһе марый халҡының биҙәктәре, тамғаларына һалынған, – тип һөйләп үтте улар. Күптәр көмөштән, алтындан эшләнгән биҙәүестәргә күҙ һалһа, миңә ҡалһа, ысынлап та ҡул менән тотоп тигәндәй, балсыҡтан әүәләнгән тауарҙар оҡшаны. Бигерәк тә Бәләбәйҙән килгән Алиса Лисинаның япраҡтай сынаяҡ аҫтары, тәрилкәләре оҡшаны:
– Һәр ҡатын кеше декретта булған саҡта үҙ эшен башлау тураһында уйлай, шулай үҙем дә бар булған аҡсамды йыйып махсус мейес һәм ике кило балсыҡ һатып алдым. Үҙ эшем шул тиклем оҡшай, килеп сыҡҡан йыһаздар ҙа, сөнки улар тәбиғи. Мәҫәлән, ҙур япраҡты алам да уны балсыҡҡа һалып форма бирәм, аҙаҡтан мейестә ҡыҙҙырып ҡатырам. Артабан иһә, һөт менән өҫтөн ҡаплап, буяйым. Һәр эшем ҡәҙерле, сөнки ундайҙы башҡа бер ҡайҙа ла осратырға мөмкин булмай. Ҡайһы саҡ һатылмаған йыһаз була, осһоҙға һорайҙар. Ул саҡта үҙемә ҡалдырғаным да бар, уны эшләп сығыр өсөн күпме күңелем һалынған. Һуңғы ваҡытта балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрәм, бында ла үткәрер инем, әммә ундай мөмкинселек юҡ. Сағыу байрамға, тағы ла бик шәп күренеш өҫтәге килә, – тип һөйләп үтте оҫта.
Баҙарҙа үҙ тауарын ҡысҡырып рекламаларға ярата сауҙәгәрҙәр, ә бына Татарстандан килгән 20 йәшлек Саксонова Әнисәгә был кәрәкмәй, сөнки үҙ ҡулдары менән эшләгән һыҙғыртҡыстарға бер өрөүе була, ағылған моңға эргә-тирәләге
бала-саға килеп һырып та ала:
– Был тынлы музыкаль инструменты “окалина” тип атала. Уның менән мин күптән танышмын, шулай ҙа берәй ҡасан үҙем яһап һатырмын тип уйламағайным. Элек уларҙы әсәйем яһай торғайны, унан күреп үҙем дә өйрәндем. Был инструмент балсыҡтан әүәләнә, төрлө формалар бирелә, мейестә яндырып нығытыла, буяла. Формаһына ҡарап моңо ла төрлөсә сыға. Хәҙер Ҡазанда үҙемдең сауҙа нөктәм дә бар, туристарға был тауар ҡыҙыҡлы, – тип үҙ тауары менән таныштырып үтте йәш сауҙагәрҙәрҙең береһе. Йәш сауҙагәрҙәр эргәһендә тәжрибәлеһе лә була, эйе, ысынлап та, Бөрөнән килгән Дъяконова Наталья тураһында шулай тип әйтергә була. Сөнки уның эргәһенә барып етер өсөн, ҙур сират үтергә кәрәк ине:
– Ойоштороусылар беҙҙе бик яҡшы ҡаршы алдылар, һораған һәр нәмәне килтереп бирәләр, эшләп ҡуялар. Былтыр ҙа шундай мөнәсәбәт булды, шуға бик рәхмәтлебеҙ, беҙгә рәхәт, күңел байрамына яңынан быйыл да килергә булдыҡ. Былтыр тауарҙырыбыҙ бик шәп үтте. Ғөмүмән алғанда, бында һәр кемдең эше иғтибарға лайыҡ, ҡул йылыһы һалып эшләнгән эш ул магазинда һатылып торғандан күпкә айырыла, – тип әйтеп үтте ул.
Тиренән эшләнгән тауар ҙа төрлөлөгө менән хайран ҡалдырҙы, иң мөһиме, бында беҙгә синтетик яһалма тире һатып ебәрмәйәсәктәре көн кеүек асыҡ ине:
– Тиренән ҡайыштар, сумкалар, документ һалыу өсөн тышлыҡтар һәм башҡа тауарҙар алып килдек. Үҙебеҙ Һамар өлкәһенең Спасское ауылынанбыҙ, бындай тауар етештереү менән 15 йылдан артығыраҡ шөғөлләнәбеҙ. Күптәр беҙҙе белә, килеп ала, йәрминкәләрҙә ҡатнашып сауҙалашабыҙ, – тип һөйләп үтте Василий һәм Татьяна Подстригандар үҙҙәренең тауарҙары тураһында.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: