Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
28 Август 2023, 15:56

Республикала 2,25 миллион тонна ашлыҡ йыйып алынған

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостанда уңыш йыйыу барышы хаҡында һөйләне.

Республикала 2,25 миллион тонна ашлыҡ йыйып алынған
Республикала 2,25 миллион тонна ашлыҡ йыйып алынған

Уның һүҙҙәренсә, 1 миллион 160 мең гектарҙан ашыу майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сабылған, был пландың 68% тәшкил итә. Тулайым йыйым — 2 миллион 250 мең тонна иген. Гектарынан уртаса уңыш — 19,6 центнер. Ужым культураларын йыйыу тамамланған.

Бынан тыш, 32 район аграрийҙары рапс, гәрсис һәм етен йыя башлаған. Дөйөм алғанда, 40 мең гектар майҙан сабылған, яҡынса 9 процентында һуғылған (35,4 мең гектар), 30 мең тонна майлы орлоҡ һуғып алынған, гектарынан уңыш 8,5 центнер тәшкил иткән. Аграрийҙар тупаҫ һәм һутлы мал аҙығы әҙерләү эшенә тотонған. Бөгөнгә пландың 59% үтәлгән.

Республикала ужым культураларын сәсеү, ерҙе эшкәртеү һәм техниканы шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуға әҙерләү дауам итә. Ужым культуралары яҡынса 160 мең гектар майҙанда, йәғни пландың 25% ашыуында сәселгән.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда ужым культураларын етештереүҙе ике тапҡырға арттырырға йыйыныуҙарын хәбәр иткәйне.

 

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2023-08-28/respublikala-2-25-million-tonna-ashly-yyyyp-alyn-an-3409394

 

Автор:
Читайте нас: