Ашҡаҙар
+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
29 Август 2023, 16:21

Медицина-социаль экспертиза үткәреүҙең яңы тәртибе

Медицина-социаль экспертиза яңы форматта, йәғни кешенең шәхси мәғлүмәттәрен ҡулланмайынса, медицина мәғлүмәттәре нигеҙендә генә үткәреләсәк. Был эште мөмкин тиклем объектив башҡарырға ярҙам итә.

Медицина-социаль экспертиза үткәреүҙең яңы тәртибе
Медицина-социаль экспертиза үткәреүҙең яңы тәртибе

Яңы тәртип 2024 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.

Экспертиза уҙғарыуға йүнәлтмә, кешенең ҡайҙа йәшәүенә һәм урынлашыуына ҡарамаҫтан, Рәсәй Федерацияһының бөтә төбәктәре бюролары араһында бүленә. Һөҙөмтәләр Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетҡа йәки почта аша киләсәк.

Әгәр кеше медицина-социаль экспертиза ҡарары менән риза булмаһа, баш бюроға мөрәжәғәт итә ала.

Иғтибар итегеҙ, медицина-социаль экспертиза үтеү ысулын (шәхсән йәки ситтән тороп) поликлиникала уҡ хәл итергә була: https://vk.cc/cqvakE.
Электрон рәүештә үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәһендә бынан һуң белешмәләр һәм документтар тапшырырға кәрәкмәй, сөнки мәғлүмәттәр экспертиза учреждениелары һәм медицина ойошмалары араһында электрон төрҙә тапшырыла, ә һөҙөмтәләр Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетҡа ебәрелә.

Берҙәм бәйләнеш үҙәге:
8 (800) 1-00000-1

Башҡортостан Медицина-социаль экспертиза баш бюроһының рәсми сайты: https://vk.cc/cqvamj

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: