Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
31 Август 2023, 16:05

Башҡортостанда 200-ҙән ашыу махсус операция яугире шифаханаларҙа дауаланған

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға социаль ярҙам саралары сиктәрендә 220 яугир шифахана-курорттарҙа дауаланған.

Башҡортостанда 200-ҙән ашыу махсус операция яугире шифаханаларҙа дауаланған
Башҡортостанда 200-ҙән ашыу махсус операция яугире шифаханаларҙа дауаланған

«Башинформ»дың тематик матбуғат конференцияһында республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ошо турала белдерҙе.  

«Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе реабилитациялау һәм дауалау тәү сираттағы бурыс булыуын иҫәпкә алып, шифаханаларҙа уларҙы ҡабул итеүҙән баш тартмайҙар. Дөйөм номер фондының 10% резервта тотола», — тип билдәләне Иванова.

Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы етәксеһе әйтеүенсә, бөгөнгә 80-дән ашыу яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары талап ителгән һөнәрҙәр буйынса уҡыу өсөн һәр береһе 50 мең һумлыҡ  белем биреү сертификаты алған.

Бынан тыш, Ленара Иванова мәғлүмәттәре буйынса, 206 яугир һәм уларҙың яҡындары газ үткәреүгә 100 мең һумлыҡ сертификаттар менән тәьмин ителгән.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-08-31/bash-ortostanda-200-n-ashyu-mahsus-operatsiya-yaugire-shifahanalar-a-daualan-an-3413785

 

Автор:
Читайте нас: