Ашҡаҙар
+17 °С
Облачно
Республика һулышы
31 Августа 2023, 08:05

Үрге Тәтешле ауылының мәктәбенә Ғәли Соҡоройҙоң исеме бирелде

Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенә башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң исеме бирелде. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең ҡарарына Андрей Назаров ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үрге Тәтешле ауылының мәктәбенә Ғәли Соҡоройҙоң исеме бирелдеҮрге Тәтешле ауылының мәктәбенә Ғәли Соҡоройҙоң исеме бирелде
Үрге Тәтешле ауылының мәктәбенә Ғәли Соҡоройҙоң исеме бирелде

2021 йылдың ғинуарында Тәтешле районында республикала билдәле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, ғалим, дин әһеле, Ирәкте ырыуы вәкиле Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыуға һәм уның улы, атаһының эшен дауам иткән Ғарифулла Кейековтың 160 йыллығына арналған саралар уҙҙы.

Шул уҡ йылдың мартында Башҡортостан Республикаһы Башлығы 2026 йылда суфый шағир һәм мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң (Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейеков) тыуыуына 200 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-08-31/respublika-m-kt-pt-rene-bere-en-li-so-oroy-o-iseme-birelde-3413146

 

Автор:
Читайте нас