Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
8 Сентябрь 2023, 16:25

Профсоюз яҡлап сыҡҡан

Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡтарын арттырҙылар, ә улар менән эшләүсе медицинаға ҡағылышы булмаған хеҙмәткәрҙәр һаман да  түбән  хаҡҡа эшләүен дауам итә. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюзында хәбәр иттеләр.

 Йылдың беренсе яртыһында республика медиктарының эш хаҡтары 10 процентҡа артып, 49,2 мең һум тәшкил иткән. Волга буе федераль округында 6,8 процентҡа артҡан. Беренсе ярты йыллыҡта республика табиптарының эш хаҡтары 7,6 процентҡа ,  ә урта һәм кесе медицина хеҙмәткәрҙәренеке - 8,9 һәм 7,2 процентҡа күтәрелгән. Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Рәсәй төбәктәре буйынса үткәргән аналитик тикшереүҙең һөҙөмтәләре -  тап ошолай.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Профсоюз яҡлап сыҡҡан
Профсоюз яҡлап сыҡҡан
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: