Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
14 Сентябрь 2023, 15:53

Төбәктәге хеҙмәт баҙарында кадрҙарға булған ихтыяжды күҙаллау өсөн Башҡортостанда эш биреүселәрҙән һорау алыу үткәрелә:

Башҡортостанда эш биреүселәрҙе онлайн-һорау үтергә саҡыралар. Ул урта сроклы һәм оҙайлы ваҡытҡа, йәғни 5 һәм 10 йылға профессиональ кадрҙарға ихтыяжды билдәләргә ярҙам итәсәк.

Төбәктәге хеҙмәт баҙарында кадрҙарға булған ихтыяжды күҙаллау өсөн Башҡортостанда эш биреүселәрҙән һорау алыу үткәрелә:
Төбәктәге хеҙмәт баҙарында кадрҙарға булған ихтыяжды күҙаллау өсөн Башҡортостанда эш биреүселәрҙән һорау алыу үткәрелә:

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы йыл һайын ошондай һорау алыу үткәрә, һуңынан һөҙөмтәләр буйынса, бөтә шарттарҙы - кәрәгәсәк кадрҙарҙың йәшен, белем кимәленә һәм һөнәри квалификацияһына ҡарата талаптарҙы иҫәпкә алып, төбәк иҡтисадының кадрҙарға булған ихтыяжын күҙаллай.

Һорау алыуҙа:

бөтә төр ҡтисади эшмәкәрлек алып барған, төрлө милек формаһындағы, хеҙмәткәрҙәр һаны яғынан бәләкәй, урта, эре ойошмалар ҡатнаша ала.

❗2023 йылдың 15 сентябренә тиклем һорау алыуҙа ҡатнашып өлгөрөгөҙ: https://vk.cc/cqetUr

Анкета тултырғанда һорауҙар килеп тыуһа, телеграм-чатта һорау менән мөрәжәғәт итергә мөмкин: https://vk.cc/cqRNhn

Системаға инеү өсөн ойошманың электрон почтаһына күрһәтмә, ваҡытлыса логин һәм пароль менән хат ебәрелә. Тулыландырылған мәғлүмәттәрҙең барыһы ла тик прогноз төҙөү һәм уҡытыу программаларына төҙәтмәләр индереү өсөн файҙаланыласаҡ.

Ентеклерәк – сайтта: https://vk.cc/cqRNhV

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: