Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
14 Сентябрь 2023, 15:57

Төтөн, көйөк еҫе һиҙгән саҡта үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре

Төтөн, көйөк еҫе һиҙгән саҡта үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре - Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы белгестәре аңлата

Төтөн, көйөк еҫе һиҙгән саҡта үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре
Төтөн, көйөк еҫе һиҙгән саҡта үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре

😷 Марлянан эшләнгән йә башҡа төрлө дымлы битлек файҙаланырға, күберәк таҙа һыу һәм йәшел сәй эсергә, көн дауамында һалҡын душ керергә тәҡдим ителә.

💧Тәҙрәләрҙе ябыҡ килеш тоторға, бүлмәне еүеш сепрәк менән һөртөп торорға һәм һауаны дымландырырға кәрәк.

☝Бигерәк тә танау ҡыуышлығын йыуырға һәм ауыҙҙы сайҡатырға. Шулай уҡ был осорҙа күҙ менән проблемалар килеп сыҡмаһын өсөн табиптар контакт линзаларҙа йөрөргә кәңәш итмәй.

💪Физик әүҙемлекте сикләргә.

💊 Үпкә, йөрәк һәм аллергия сирҙәренән яфаланған кешеләргә үҙҙәре менән дарыуҙар алырға кәңәш ителә.

🌅 Һауала төтөн күпселек осраҡта иртә менән йыйыла, шуға күрә был ваҡытта урамда оҙаҡ йөрөүҙән тыйылырға кәрәк.

👩‍👧‍👦Балаларға һәм ауырлы ҡатындарға тышта оҙаҡ йөрөүҙән бөтөнләй баш тартырға кәрәк.

🥗 Еңел үҙләштерелә торған, витаминдарға һәм минераль матдәләргә бай аҙыҡ ашарға, йәшелсә- емешкә өҫтөнлөк бирергә. Майлы аҙыҡты сикләргә.

❌ Мөмкин тиклем тәмәке тартыуҙы сикләргә, алкоголдән баш тартырға кәрәк.

🚗 Мөмкинлек булһа, төтөн баҫҡан тораҡ пункттан китергә йәки унда булыу ваҡытын сикләргә, балаларҙы, өлкәндәрҙе һәм сирлеләрҙе алып китергә кәрәк.

👨‍⚕️ Һауа етмәү, йүткереү, йоҡоһоҙлоҡ йәки киҫкен ауыртыу билдәләре беленеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә.

📞 Төтөн еҫе һиҙһәгеҙ, 112 номеры буйынса шылтыратығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: