Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
29 Сентябрь 2023, 16:42

Шайморатов кластары йәйге уйындарҙа ҡатнаша!

Шайморатов кластары  йәйге уйындарҙа ҡатнаша!
Шайморатов кластары йәйге уйындарҙа ҡатнаша!

Республикала Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов кубогына "Йәйге Шайморатов уйындары"ның зона этаптары үтте. Шундай ярыштыраҙың береһе ҡалабыҙҙың 23-сө мәктәбе базаһында ойошторолдо.

Ярыштарҙа ҡатнашып Өфөлә үтәсәк төп ярыштарға һайлап алыныр өсөн республиканың көн  көнъяғына ҡараған ете район һәм өс ҡаланан 17 команда килеп етте. Патриотик йүнәлешле белем алған уҡыусыларҙы мәктәптең  тамашалар залында дәүләт флагтарын индереү һәм гимн моңо менән ҡаршы алдылар.  Уҡыусыларҙы мәртәбәле ҡунаҡтар - Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығынан әйҙәүсе белгес-эксперт Юлиә Исмәғилева, Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәғариф бүлегенең хәүефһеҙлек буйынса баш инспекторы Нил Хамбалиев һәм директор урыбаҫары Гөлнар  Ғималова уҡыусарҙы тәбрикләп, командаларға еңеүҙәр теләне. Виртуоз думбырасы Сәйҙәш Сәсәнбаев та үҙенең дәртле сығышы менән сәмле бәйгегә ритм биргәндәй тойолдо.

Командалар мәктәп биләмәһендә һәм спорт залында үҙҙәрен төрлө дисциплиналарҙа һынап ҡараны. Эстафета ярыштары, өс туп менән йүгереү, урындан баҫып оҙонлоҡҡа һикереү, ваҡытҡа баскетбол тубын ҡулсаға индереү, турникта ҡалҡыныу, скакалка аша һикереү кеүек һынауҙар үтте.

Әйткәндән, был ярышта Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусылары иң тәжрибәлеләрҙән, улар икенсе йыл рәттән был ярыштарҙа ҡатнаша.

- Былтыр беҙҙең команда Өфөлә геройҙар гонкаһы форматында үткән ярыштарҙа иң яҡшылар рәтенә инде. Быйыл да беҙ һөҙөмтәләрҙе яҡшыртыу маҡсатын ҡуйҙыҡ, яҡшы әҙерләндек. Был уйындарҙа ҡатнашыу бер яҡтан яуаплылыҡ булһа, икенсе яҡтан команда менән ярышыу ҡыҙыҡлы һәм сәмле бара, - тине Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия командаһы командиры Илнур Иҫәнбаев.

Ярыштар уҡыусыларҙың йәшенә ҡарап баһаланды һәм һөҙөмтәләр буйынса, 5 кластар араһында беренсе урынды 23-сө мәктәптең шайморатовсылары алды, 7 кластар  араһында Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы иң көслөһө булды, ә бына 6 кластар араһында беренселекте Стәрлебаш районы командаһы яуалны.

Был командалар 30 сентябрь Өфөлә үтәсәк «Йәйге Шайморатов уйындары» республика этабында ҡатнашасаҡ, барыһына ла уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Сөмбөл ФӘТТӘХОВА, 23-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Читайте нас: