Ашҡаҙар
+17 °С
Ясно
Республика һулышы
10 Октября 2023, 13:05

Республика көнөндә поликлиникаларҙың эш графигы

Республика көнөндә поликлиникалар шәмбе графигы буйынса эшләй, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республика көнөндә поликлиникаларҙың эш графигыРеспублика көнөндә поликлиникаларҙың эш графигы
Республика көнөндә поликлиникаларҙың эш графигы

«11 октябрҙә медицина учреждениелары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем эшләй, ашығыс ярҙам машинаһын саҡырыу сәғәт 4-кә ҡәҙәр ҡабул ителә», —  тип өҫтәнеләр министрлыҡта.

Иртәнге  8-ҙән киске 5-кә тиклем поликлиникаларҙа, шулай уҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, ауыл амбулаторияларында, участка дауаханаларында медицина ойошмаһының баш табибы раҫлаған эш графигына ярашлы гриптан прививка яһатырға мөмкин.

«Башфармация» дарыуханалары иртәгә шәмбе графигы буйынса эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Автор:
Читайте нас