Ашҡаҙар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
1 Ноябрь 2023, 12:00

Башҡортостанда шиғриәт бәйгеһе Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышлана

Башҡортостанда «Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһе республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнала.

Башҡортостанда шиғриәт бәйгеһе Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышлана
Башҡортостанда шиғриәт бәйгеһе Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышлана

Проект етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, был юлы проект күренекле дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә «Йөрәк һүҙе. Ил ағаһы Мортаза» тип атала.

Ҡатнашырға теләүселәр башҡортса шиғыр ятлап, видеояҙманы 20 декабргә тиклем проекттың рәсми төркөмөнә ебәрергә тейеш. Финал 2024 йылдың февралендә Башҡорт опера һәм балет театрында була.

2022 йылда шиғриәт бәйгеһе Башҡортостандың халыҡ шағиры рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланғайны.

 Башҡортостанда тәүге тапҡыр республикабыҙҙың беренсе президенты Мортаза Рәхимов исемендәге класс асылды һәм эксперттарҙың Башҡортостандың беренсе президенты тураһында энциклопедия материалдарын өйрәнә башланы.

 

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2023-11-01/bash-ortostanda-shi-ri-t-b-yge-e-mortaza-r-himovty-tyuyuyna-90-yyl-tulyu-a-ba-yshlana-3501408

 

Автор:
Читайте нас: