Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
2 Ноябрь 2023, 15:44

ЯҢЫ ТЕХНИКАЛА ЙӨРӨГӘНДЕ КҮРЕРҺЕГЕҘ!

ЯҢЫ ТЕХНИКАЛА ЙӨРӨГӘНДЕ КҮРЕРҺЕГЕҘ!
ЯҢЫ ТЕХНИКАЛА ЙӨРӨГӘНДЕ КҮРЕРҺЕГЕҘ!

Санаға табан бөгөү, күсәргә дегет һөртөү күренештәре көндәлек тормошта күптән инде осрамай, фольклорға күсеп бара, ә ҡасандыр олатайҙарыбыҙ ат егеп әллә ҡайҙарға барып етер булған. Шулай ҙа һаман да ат көсө менән автомобиль капоты аҫтындағы двигатель ҡеүәтен самалайбыҙ, ә унда инде бер өйөр ат көсө һыйып китә. Заман үҙгәрһә лә, юлға ҡағылышлы мәҡәлдәр үҙ көсөнә эйә, юлға сыҡһаң – таң менән сыҡ, урау булһа ла, юлдың яҡшыһын һайла, юлдың яйын юртҡан белер, тип юлдарға сығабыҙ. Ә юлға сығыусылар күп, статистика мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙә 65 миллиондан ашыу водитель барлығы билдәле.

Руль артына ултырыусыларҙың да төрлөһө бар, кемдер үҙ эше менән еңел автомобилдә елдерә, туҡталыштан-туҡталышҡа пассажир йөрөтә, йөкташый. Ә бына һеҙ фотола күргән Стәрлетамаҡ “Юл- йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы” муниципаль бюджет учреждениеһында эшләүсе егеттәр иһә барыбыҙ ҙа ҡалала уңайлы хәрәкәт итһен өсөн көн дә тиерлек юлда.
– Хәҙер ҡыш яҡынлаша, бурандар булғанда, көндөҙ ҙә, төнөн дә эшләргә тура киләсәк. Юлдарҙан ҡар, боҙ ҡырабыҙ, машиналарға тейәп ситкә алып барабыҙ, тайғаҡ булмаһын өсөн ҡом, реагенттар һибәбеҙ. Йәй айҙарында ла эш ҡыҙыу бара, юл һалабыҙ, асфальт, ҡырсын ташыйбыҙ, һыу һиптерәбеҙ, һеперәбеҙ – бер ҙә туҡталған юҡ. Ҙур техника булғас, яуаплылыҡ та ҙур, тар юлдар, ҡиммәтле машиналар араһынан оҫта боролоп йөрөргә, үҙ эшеңде лә теүәл ваҡытында башҡарып сығырға кәрәк. Элегерәк йәмәғәт талаптарын үтәүсе техникаға мөнәсәбәт икенсе ине, юл бирәләр, һораһаң, автомобилдәрен шылдырып ҡуялар, ә хәҙер әрләп тә китеүҙәре мөмкин. Бар, әлбиттә, беҙҙең көндө лә аңлаусылар, шулай ҙа улар күберәк булһын ине, беҙ барыһына ла юлда йөрөүе уңайлы булһын өсөн тырышабыҙ, – тип һөйләп алып китте үҙенең эше менән таныштырып Александр Иванов. Александр иһә, үҙ ҡалаһында хеҙмәт итеү юлын һайлаусы йәш егеттәрҙең береһе. Тап 16 йыл элек ул ошо идаралыҡҡа тәүге тапҡыр эшкә килеп, әлегәсә хеҙмәт итә. Был ваҡыт эсендә ул ГАЗ, ЗИЛ, КамАЗ кеүек йөк машиналарын йөрөтә, ремонтлай, үҙенекеләй ҡарай.
– Йөк автомобилен 1985-се йылда тәүге тапҡыр йөрөтә башланым, бында инде хәҙер өс йыл эшләйем. Шулай уҡ, ЗИЛ, КамАЗ автомобилдәре беҙҙең илдә популяр, бик күп эштәрҙе улар ярҙамында башҡарабыҙ. Ир кеше техника менән эшләргә, уны яратырға тейеш, тип үҫтек бала саҡтан. Автомобиль йөрөтөүсе бер яҡтан, популяр һөнәр түгел, икенсе яҡтан, техника булғанда эш йырлап бара, ауыр, ҙур булып күренгән эштәр тиҙ башҡарыла, бына ошонда күренә инде йөк автомобиле йөрөтөүсенең ҡәҙере, – ти үҙенең эше тураһында иң тәжрибәле водителдәрҙең береһе Миңнеғәли Абдуллин.
Был егеттәрҙең үҙ шатлыҡтары ла бар, улар күптән түгел генә Өфө ҡалаһына барып Радий Хәбиров ҡулынан торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағына бүленгән яңы автомобиль асҡыстарын алып ҡайтты.
– Радий Фәрит улы, ябай, эшсән кешене хөрмәт итеп, ҡулыбыҙҙы ҡыҫып, һәр беребеҙгә яңы техниканы үҙе тапшырып сыҡты. Техника яңыртыу яҡшы күренеш, идаралыҡҡа дүрт үҙбушатҡыс МАЗ һәм грейдер тапшырылды, самосвалдарҙың береһен үҙемә беркеттеләр, хәҙер ҡала урам-дарында яңы техникала йөрөгәнде күрерһегеҙ, – тип тә өҫтәне Миңнеғәли Мөхәмәтғәли улы. Тағы ла бер күренеш, ул – республиканың Белоруссия менән тығыҙ бәйләнеш алып барыуы, техника тап ошо күрше илдә етештерелә, тимәк, яңы техника тағы ла булыр тигән һүҙ. Ҡалабыҙҙа юлдарҙағы асфальт яңыртылып тора, яңылары һалына, заманса светофорҙар ҡуйыла, транспорт та күбәйгәндән-күбәйә бара. Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығына ҡайтарылған техника ярҙамында юлдарҙы тәртиптә тотоу хәҙер еңелерәк.
Әйткәндәй, яңы техника алыу сәбәпле, предприятие водителдәр, механик вакансияларын тәҡдим итә. Эш хаҡы юғары.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: