Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
21 Февраль , 19:57

Ҡаҙаҡса йырланы, башҡортса бейене, татарса һөйләне студенттар

Ҡаҙаҡса йырланы, башҡортса бейене, татарса һөйләне студенттар
Ҡаҙаҡса йырланы, башҡортса бейене, татарса һөйләне студенттар

Бөгөн бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Был дата ЮНЕСКО ойошмаһының 1999 йылғы ултырышында ҡабул ителә һәм 2000 йылдан алып ойошторола.

Ҡалабыҙҙың А. Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре үҙәгендә башҡорт ҡатын - ҡыҙҙар йәмғиәте менән берлектә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған “Атайсал” интеллектуаль квиз уйыны үтте.
Уйында өс команда ҡатнашты: Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары: 1 – се команда “Ялҡындар” – педагогика һәм психология факультеты (етәксеһе Л. С. Саттарова), 2-се команда “Алға” – тәбиғи фәндәр факультеты (етәксеһе З. Ә. Йәғәфәрова), 3- сө команда “Торатау” – математика һәм информацион технологиялар факультеты студеттары (етәксеһе Г.Г. Бикҡолова) үҙ – ара көс һынашты.

Жюри составында:
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, китапханалар селтәрендә 40 йылдан ашыу хеҙмәт юлы үткән, Стәрлетамаҡ ҡалаһының башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт ҡатын - ҡыҙҙар йәмғиәте ағзаһы – Нәзифә Мостафа ҡыҙы Иҫәнғужина; журналист, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының журналистар берлеге ағзаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының башҡорт ҡатын - ҡыҙҙар йәмғиәте ағзаһы – Нәсимә Ҡасим ҡыҙы Собханғолова; Өфө фән һәм технологиялар университетының (Стәрлетамаҡ филиалы) өлкән уҡытыусыһы, педагогика һәм психология факультетының тәрбиәүи эштәр буйынса декан урынбаҫары Лиана Сибәғәт ҡыҙы Саттарова булды.

Ҡаҙаҡса йырланы, башҡортса бейене, татарса һөйләне студенттар

Интеллектуаль квиз уйыны ике телдә - башҡорт һәм рус телендәрендә, 3 этапта алып барылды: Беренсе этапта командалар үҙҙәре менән таныштырҙы, икенсе этап мәҡәлдәрҙе дөрөҫ итеп тамамлау булһа, өсөнсө этап бик етди, Башҡортостан Республикаһына ҡағылышлы һорауҙар алынды. Командалар барыһы ла белем яғынан бик көслө булып сыҡты! “Алға” командаһы, башҡа командаларҙан күберәк мәрәй йыйып “Еңеүсе” исемен яуланы! Сараны үҙҙәренең матур сығыштары менән Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары - Юлиә Әлибаева, Эльвина Фәйзуллина, Сагынбек Молдир, Мухтаркызы Аружан, Йәмил Мәхмүтов биҙәне. Сара йылы мөхиттә үтте!

 Гүзәл Ишбулдина,

Стәрлетамаҡ ҡалаһының А. Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре үҙәге (7-се һанлы моделле китапхана) мөдире.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: