Өфөнөң тимер юл вокзалында Башҡортостан делегацияһын ҡаршы алдылар. Башҡортостан йәштәре Сочиҙа Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнашып ҡайтты.
Республика исеменән медиа, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, мәҙәниәт, фән, хәйриә, спорт һәм башҡа төрлө өлкәгә ҡараған 180 активист һәм лидер булған егет һәм ҡыҙҙар форумда ҡатнашты. Сараға донъяның төрлө илдәренән бөтәһе 20 меңдән ашыу кеше килде.