Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“ЯҘҒАН КИТАПТАР УҠЫЛЫР, БУЛЫР ДАУАМЫ”

Журналистарҙың ижады, эшмәкәрлеге күп ҡырлы. Коллегабыҙ, “Ашҡаҙар” гәзите хәбәрсеһе Римма Ғаяз ҡыҙы ҒӘЛИМОВА ошо көндәрҙә үҙенең "Бәхетте аңлар йәштә" тип исемләнгән сираттағы китабын ҡулына алып һөйөндө. Унда журналист-шағирәнең һуңғы йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары ингән.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "КИТАП" нәшриәтендә баҫтырылған был йыйынтыҡта авторҙың лирик шиғырҙары, Тыуған ил, Ватан, мөхәббәт, яҙмыш, ҡатмарлы тормош мөнәсәбәттәре тураһында шиғырҙар ингән, ваҡыт тураһындағы уйҙары поэтик образдар менән нағышланған. Әйткәндәй, ҡәләмдәшебеҙҙең дүртенсе китабы Өфөлә 24-26 майҙа үтәсәк «Китап байрамы»на арнап сығарылды.

Коллегабыҙҙың шатлығын уртаҡлашабыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ. Китап һөйөнөсө, “Китап байрамы” айҡанлы һеҙҙең иғтибарға ошо шиғри йыйынтыҡтан тыуған ил темаһы, мөхәббәт лирикаһы нигеҙендә һуғарылған бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

 

БАШҠОРТОСТАНЫМ

Осона сыға алмайым
Йөрәк хисенең…
Киләсәккә ҡалырмы һуң
Минең исемем?

Туған телен онотмаһа
Башҡорт балаһы.
Яҙған китаптар уҡылыр,
Булыр дауамы.

Ҡурай моңдары дәрт өҫтәр
Бишек көйөнә…
Ошо илдә тыуғанына
Һәр кем һөйөнә.

Сөнки беҙҙең Ватаныбыҙ
Мәңге берәү ул.
Башҡортостан илебеҙгә
Көслө терәү ул.

Гөл-баҡсалай ошо илдә
Йәшәйбеҙ күптән,
Тыуған яҡтың тартыу көсө,
Һауаһы бүтән!

Һауа ярып иламаным,
Булды осҡаным…

Күктәргә күтәрҙе мине
Башҡортостаным!

 

РӘСӘЙ ТИҺӘМ...

Рәсәй тиһәм – әсәй иҫкә төшә,
Тәүге орлоҡтарҙы ул һипкән.
Йөрәгемдә илһөйәрлек хисе
Дуҫлыҡ хисе менән бер төптән.
Уртаҡ йортобоҙға кемдәр килһә
Барыһы ла таба таяныс.
Үҙенә ем һалған табағына
Төкөргәндәр генә аяныс.
Ғәжәйеп бай рухи көстө генә
Бүлешкәндән арта барыһы –
Ватансылыҡ һәм тыныслыҡ менән
Атһа икән таңдың һарыһы.
Илебеҙҙең берҙәмлеген һаҡлап,
Әйләндереп күркәм Ер шарын,
Йәшәргәлер беҙгә онотмайса
Рәсәй тигән көслө ил барын.
Рәсәй тиһәм – әсәй иҫкә төшә:
Тәүге орлоҡтарҙы ул һипкән…
Илһөйәрлек менән ватансылыҡ
Йөрәккә сигелгән бер ептән!



ЯРАТ
Иренемдә ҡалды ирен тәмең,
Ҡулдарымда ҡалды ҡулың көсө.
Тамуҡҡа ла төшә инем әгәр
Кәрәк тиһәң, йәнем, һинең өсөн.

Йәйге эҫелә лә йылы тапмай
Йонсоғанмын, ахыры, һинән башҡа.
Мин бит һине үҙем эҙләп килдем,
Һыйынаһым килеп ҡая-ташҡа.

Саҡматаштың һалҡынына өшөп
Ташты-ташҡа ышҡып ҡуҙ аламын,
Һине алып киткән автобустан
Алданырак үҙем ҡуҙғаламын.

Бер килмәһәң – бер килерһең, тиеп,
Вокзалдарга барам ҡабат-ҡабат.
Мәңгелеккә ҡалмаһаң да янда
Беренсе һәм һуңғы тапҡыр ярат?!

 

ҠОРБАН
Саҡырылмай ғына килдем
Табыныңа…
Яҙмыш тағы кәртә ҡуйҙы
Абынырға.
Йылылығын һуҙғанда ла
Ҡояшҡайым.
Яңғыҙлыҡтан мин бөгөлгән
Йыуаш ҡайын.
Өшөгәндә мамыҡ шәлде
Юрған иттем.
Мин үҙемде һинең өсөн
Ҡорбан иттем.

 

 ЛИРИК ГЕРОЙ
Йәйҙән бирле көттөм осрашыуҙы,
Юлға сығып – кире боролдом.
Һөйөү үтте, күләгәһе ҡалды
Йөрәктәге ҡара ҡоромдоң…
Әйтер һүҙҙе әйтеп бөттөм инде,
Дауам итерһең тип ҡалғанын.
Лирик герой ғына булғаныңды
Ауыҙ бешкәс кенә аңланым.
Һине һағындырған ҡыштарҙа ла
Күңелемдә өмөт кылы бар.
Мине баш эйҙергән батшалыҡта
Мөхәббәттең ханы, ҡоло бар.
Үҙ-үҙемә мин дә – алиһәмен,
Һинең алда ғына – берҡатлы.
Тәүбәләргә киләм нисәнсе ҡат –
Яратырға түгел ир-атты!..

БИТАРАФЛЫҠ
Уйҙарыма сумып атлағанда
Ҡараштарың ҡалды төбәлеп…
Үтеп киттем битарафлыҡ еңеп,
Хәйер, эштәрем дә күп әле.
Йылы бейәләйем бар ине бит,
Ниңә генә ярҙам итмәнем?
Ергә ҡуша ҡатҡан күгәрсенде
Ниңә ситкә алып китмәнем?
Аҡылһыҙға аҡыл төштән һуң шул,
Ярты сәғәт үтте ни бары…
Ҡарға ҡаның һеңгән, ҡошсоҡ, кисер,
Беҙҙә битарафлыҡ юғары.
Йәнем телгәләнә һинең өсөн –
Машиналар үтеп торалар.
Битарафлыҡ көслө булғанғалыр,
Илебеҙгә тоҙаҡ ҡоралар.
Һуғыш яланында ҡошсоҡ һымаҡ
Ятып ҡалды күпме балалар?
Тол ҡатындар сабыйҙары менән
Йәшләй генә йәтим ҡалалар.
Ауыҙ асып бер ни әйтеп булмай,
Заман төрмәләре өркөтә.
Кемгә кәрәк ҡанаттары һынған,
Ҡаялағы батыр бөркөтө?
Берҙәмлектән берәм-берәм ҡасып,
Һәр кем үҙ өйөнә бикләнә.
Илем, телем, ерем, тотороҡлоҡ –
Ҡағыҙ биттәрендә мүкләнә…

 

“ЯҘҒАН КИТАПТАР УҠЫЛЫР, БУЛЫР ДАУАМЫ”
“ЯҘҒАН КИТАПТАР УҠЫЛЫР, БУЛЫР ДАУАМЫ”
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: