Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Билдәле алып барыусы һәм актриса Оксана Фёдорова «Изге яҙылыу» акцияһында ҡатнашты

Билдәле алып барыусы һәм актриса Оксана Фёдорова «Изге яҙылыу» акцияһында ҡатнашты
Билдәле алып барыусы һәм актриса Оксана Фёдорова «Изге яҙылыу» акцияһында ҡатнашты

Бөгөн, 24 майҙа баш ҡаланың Совет майҙанында «Китап-байрам» II-се Халыҡ-ара китап йәрминкәһе башланды.

«Китап» нәшриәтенең күргәҙмә майҙансығында «Изге яҙылыу» хәйриә акцияһы ойошторолған, унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң яратҡан республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылырға, шулай уҡ эстафетаны социаль селтәрҙәге дуҫтарыңа тапшырырға кәрәк.

«Китап-байрам» йәрминкәһенә абруйлы ҡунаҡ сифатында килгән билдәле алып барыусы һәм актриса Оксана Фёдорова ла хәйриә акцияһында ҡатнашты. Ул дүрт баҫмаға яҙылды, уларҙы йыл дауамында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре аласаҡ.

«Китап» нәшриәте продукцияһы менән Оксана Фёдорованы Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев таныштырҙы. Актриса билдәләүенсә, ул «ҡыҙыҡлы берәй нәмә уҡып сығырға» теләй.

Көн һайын, киске сәғәт 18:00-дә "Китап" нәшриәте майҙансығында Нәшриәт йортоноң гәзит-журналдарына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйната. Унда 24 майҙан 26-на тиклем «Китап-байрам»ы уҙғарыу ваҡытында кәмендә ярты йылға яҙылыусылар ҡатнаша ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда Өфөлә беренсе «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә «Изге яҙылыу» акцияһына Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский ҡушылды.

#Китап #КитапБайрам2024 #праздникчитающегочеловека #БашкортостанЧитает    

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: